Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
26 Апрель 2022, 10:55

Бөгөн - Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө

1986 йылдың йәмле яҙында Чернобыль атом энергияһы станцияһын юҡҡа сығарған ядро шартлауы бик күп ил халыҡтарын бер епкә бәйләгән.

Бөгөн - Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө
Бөгөн - Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө

26 апрель йылъяҙмала Чернобыль һәләкәте көнө тип билдәләнә.

1986 йылдың йәмле яҙында Чернобыль атом энергияһы станцияһын юҡҡа сығарған ядро шартлауы бик күп ил халыҡтарын бер епкә бәйләгән. Дүрт йыл буйы 800 меңдән ашыу кеше радиация нурҙарынан ҡотҡарыу саркофагын төҙөнө, хәүефле радиоактив зоналарҙа таҙартыу эштәре алып барҙы. Улар барыһы ла радиация нурланышына дусар булдылар.

2012 йылдан алып илебеҙҙә "Радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө" киң билдәләнә. Миллиондарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа үҙҙәрен ҡорбан иткән ябай хеҙмәт кешеләре, белгестәр ниндәй батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүҙәрен аңламағандыр ҙа, был хаҡта уйламағандыр ҙа. Төрлө тармаҡ белгестәре, ғалимдәр, хәрбиҙәр, хатта гүзәл зат вәкилдәре ҙур берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, донъяны техноген һәләкәте эҙемтәләрен киң таралыуҙан, зыян күләме артмауҙан, яңынан - яңы ҡорбандарҙан араланылар.

Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 мең кеше, шул иҫәптән Ейәнсура районынан 16 кеше ҡатнаша. Нурланыу арҡаһында уларҙың һаны бик күпкә кәмегән. Шулай ҙа күптәре ҡаты ауырыһалар ҙа, улар әле сафта, киләсәк быуынға илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ дәрестәрен биреүҙә баһалап бөткөһөҙ өлгө булып торалар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: