30 апрель – Янғын һағы көнө Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһының Янғын һағы көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Һеҙҙең хеҙмәт һәр заманда ла иң хәүефлеләрҙең һәм иң кәрәклеләрҙең береһе булып һаналды. Ҡатмарлы шарттарҙа эш итеү һеҙҙән кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлауға бәйле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеүҙе талап итә. Оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, үҙ-ара ярҙам, хәүефле шарттарҙа берҙәм эш итеү һеҙгә һәм һеҙҙең һөнәрегеҙгә ҡарата тәрән ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо уята. Заманса һаҡланыу сараларына, техникаға, яңы эш ысулдарына ҡарамай, һеҙҙең маҡсат һәм бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙе уттан ҡотҡарырға, янғынды тиҙ арала йүгәнләргә һәм һүндерергә. Һеҙҙең тәжрибә һәм һөнәри оҫталыҡ киләсәктә лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә ышаныслы кәртә буласағына шикләнмәйем. Янғын һағының бөтә хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйем! Д. Юланов, Муниципаль район хакимиәте башлығы.