Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
19 Июнь 2022, 16:50

Тырнаҡтарығыҙ сәләмәтме?

Кешенең тырнаҡтарына ҡарап, бауырҙа, үпкәлә, йөрәктә ниндәй проблемалар булыуын белеп була. Аҡ төртөктәр, ҡытыршылыҡтар һәм һары таптар етди ауырыуҙарға ишара булып тора.

Тырнаҡтарығыҙ сәләмәтме?
Тырнаҡтарығыҙ сәләмәтме?

Кешенең тырнаҡтарына ҡарап, бауырҙа, үпкәлә, йөрәктә ниндәй проблемалар булыуын белеп була. Аҡ төртөктәр, ҡытыршылыҡтар һәм һары таптар етди ауырыуҙарға ишара булып тора.

 

Ағарынып, төҫһөҙләнеп ҡалған тырнаҡтар етди ауырыу тураһында һөйләй: анемия, йөрәк ауырыуҙары, бауыр ауыртыуы. Тейешенсә туҡланмау ҙә сәбәп була ала.

 

Аҡ төҫтәге тырнаҡтар бауыр ауырыуҙары мөмкинлеге хаҡында һөйләй. Күп осраҡта гепатит менән ауырыусыларҙың тырнаҡтары ағара.

 

Ғәҙәттә тырнаҡтар һарғайыуы бәшмәк ауырыуы арҡаһында була. Инфекция көсәйгәндә тырнаҡтар ҡалынайып, һына башлай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа биҙҙәр ҡалҡҡанда, үпкә ауырыуҙары, диабет һәм псориаз күҙәтелгәндә лә тырнаҡтарҙың һарғайыуы мөмкин.

 

 Зәңгәрһыуланып торған тырнаҡтар организмға кислород етмәүе хаҡында иҫкәртә. Мәҫәлән, үпкәлә инфекцион ауырыу, пневмония йә иһә йөрәк ауыртҡанда тырнаҡтар зәңгәрһыулана.

 

Тырнаҡ пластинаһы боҙолоп, ярылып һынып барһа, тимәк биҙҙәр менән проблемалар бар. Һарғайып һынып барһа, тимәк бәшмәк ауырыуы йоҡҡан.

 

 Тырнаҡ аҫтындағы ҡара һыҙыҡтар абайлаһағыҙ, табиптарға күренегеҙ. Тире рагының ҡурҡыныс төрө - меланома булып ҡуймаһын.

 

 Тырнаҡтарҙағы үҙгәрештәр күп факторҙарға бәйле. Тик тырнаҡҡа ҡарап ҡына диагноз ҡуйырға ла ярамай. Тырнаҡтарығыҙ борсоһа, иң беренсе табип дерматологка мөрәжәғәт итегеҙ.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: