Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
10 Ноябрь 2017, 17:07

БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды. Зариф Закир улы район хакимиәте башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы менән осрашыуында райондың социаль-иҡтисади үҫеше һәм районда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проектын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы. Был проектта республика буйынса 33 мәктәп ҡатнаша, шуларҙың икәүһе беҙҙең райондан. Зариф Зәкир улы эш сәфәре барышында проектта ҡатнашыусы белем усаҡтарында – 1-се мәктәптең Трушин ауылындағы филиалында һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә булып, эш барышы менән танышты.
Ф. Солтанов исемендәге урта мәктәптә ул район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин менән берлектә уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, аралашты. Был осрашыу һуңғы арала ҡуйырып киткән туған телдә уҡытыу мәсьәләһенә арналды.
– Тел яҙмышы – халыҡта, ғаиләлә. Әгәр әсә теленә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнмәй икән, уны уҡытып ҡына өйрәтеү мөмкин түгел. Телдең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда, – тине Зариф Зәкир улы һәм был йәһәттән ҡайҙа ғына йәшәһә лә, туған теленә тоғро ҡалған чечен халҡын өлгө итеп ҡуйҙы.
“Яратыу ике яҡлы булырға тейеш,“ – тип депутат туған телгә һөйөү, беренсенән – халыҡ тарафынан, икенсе яҡтан дәүләт тарафынан булырға тейешлеген билдәләне. Башҡорт теле тик Башҡортостанда ғына үҫешә ала, телебеҙгә Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә республикабыҙҙа булған кеүек иғтибар булмай, тип республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйыуы һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылыуы хаҡында әйтеп үтте.
Зариф Зәкир улы Дәүләт Думаһындағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Депутатыбыҙ ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләүе тураһында һөйләне. Ул алкоголь эсемлектәрен һатыуға, бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәт ҡылыуға бәйле бик көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп сыға. Улар буйынса ҡануниәттә өҫтәлмәләр индерелгән. Тағы ла, Зариф Зәкир улының тәҡдиме менән, беҙҙең төбәккә айырыуса хас булған, урмандағы ҡороған, ауған ағастарҙы утынға алыуҙы рөхсәт итеү мәсьәләһе ҡарала. “Был бик ҡатмарлы мәсьәлә, шулай ҙа һөҙөмтә булыуына ышанам”, – тине Зариф Зәкир улы.
Уҡытыусыларҙың депутатҡа һорауҙары ла, теләктәре лә күп булды. Ғөмүмән, осрашыу йылы шарттарҙа үтте. Сара һуңында йәш быуынға рухи һәм әхләҡи тәрбиә биреүҙә уңышлы эшләүсе Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты менән “Ләйсән” балалар баҡсалары коллективтары – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты, ә оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте һәм башҡорт телен үҫтереүҙә уңышлы эшләгәндәре өсөн Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Наил Юлдашбаев менән “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ғәлиә Сырлыбаева ҡул сәғәте менән бүләкләнде.
Артабан депутат ауыл биләмәләре башлыҡтарының Яңы Петровка ауыл биләмәһендә барған семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты, биләмәләге крәҫтиән-фермерҙар эшмәкәрлеге менән танышты.
Көндөң икенсе яртыһы ла сараларға бай булды. Зариф Байғусҡаров район хакимиәте бинаһында халыҡты ҡабул итте, район активы менән осрашты.
Читайте нас: