Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
13 Декабрь 2017, 16:57

ЛАЙЫҠЛЫ ХӨРМӘТ

Район ветерандар советы рәйесе Рәшит Хажиәхмәт улы Бикбаев Республика ветерандар советы ойошторолоуға 30 йыл тулыу уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләнде.

Райондың һуғыш,
хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Рәшит
Бикбаевты белмәгән кеше һирәктер. Байтаҡтан бирле уның етәкселегендә эш алып
барған ошо йәмәғәт ойошмаһы ветерандар мәнфәғәтен яҡлай, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, ололарҙың
ялын ойоштороуға булышлыҡ итә, йәштәрҙе әхлаҡи һәм хәрби-патриотик йәһәттән тәрбиәләү
менән шулай уҡ һөҙөмтәле шөғөлләнә. Ғөмүмән, ветерандар ойошмаһы бар яҡлап та үрнәк
булып тора. Ветерандар үҙҙәре – хеҙмәткә, Ватанға, уның тарихына ҡарата мөнәсәбәттең
сағыу өлгөһө. Яңыраҡ район ветерандар советының алмаштырғыһыҙ етәксеһе Рәшит
Хажиәхмәт улы Бикбаевтың Республика ветерандар советы ойошторолоуға 30 йыл
тулыу уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләнеүе уның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып
тора. Уға был бүләкте Башҡортостан
Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев тапшырҙы. Ошондай
уҡ миҙалға Таҙлар ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Марат Әбйәлил улы Сәйфуллин
да лайыҡ булды.
Читайте нас: