Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
22 Декабрь 2017, 14:16

КЛУБ ХАЛЫҠҠА НЫҠ КӘРӘК

Әлебай ауылы халҡы ППМИ-ла ҡатнашып, ауыл клубын төҙөкләндереү буйынса ултырышҡа йыйылды.

15
декабрҙә Әлебай ауылы халҡы ППМИ-ла ҡатнашып, ауыл клубын төҙөкләндереү буйынса ултырышҡа
йыйылды, уның эшендә район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль сәйәсәт
буйынса урынбаҫары Р. Ҡунаҡбаев, район хакимиәтенең иҡтисади бүлегенең баш
белгесе И. Ибраһимов ҡатнашты. Ысынлап та, мәҙәниәт усағының бөгөнгө торошо шәптән
түгел, электр үткәргестәре, йылылыҡ селтәре иҫкергән, стеналар, иҙән, түшәм
яңыртыу талап итә. Проектта ҡатнашыу
кәрәклеген ауыл старостаһы А. Ишалин, пенсионер Ш. Ғәйнуллина күтәреп сыҡты. Аҡса
мәсьәләһе буйынса А. Ғәбдрәхимова, Х. Ишмөхәмәтова, Ф. Мусина һөйләне. Әйткәндәй, әлебайҙар клубты
төҙөкләндереү йәһәтенән үткән йылда уҡ программала ҡатнашып ҡараған. Әммә тейешенсә мәрәй йыя
алмау сәбәпле, мәсьәлә асыҡ ҡалған. Әлеге йыйылышта барыһы ла ыңғай хәл ителде,
эште ойоштороу төркөмө асыҡланды. Тимәк, Әлебай ауыл клубы йәмләнәсәк.
Читайте нас: