Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Яңы йыл байрамы һәр саҡ үҙенә генә хас үҙенсәлек менән айырылып тора. Ул изгелек, күңел йылылығы, йорт йәме һәм, әлбиттә, иң мөҡәддәс хыялдарҙың мотлаҡ тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған.
Яңы 2018 йыл тупһаһында беҙ үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Әйтергә кәрәк, үтеп барған йыл район өсөн ябай булманы, әммә беҙ уны хеҙмәттә лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Иҡтисадта, социаль сәйәсәттә һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр өлкәһендә үткән йылдарҙан килгән ыңғай тенденцияларҙың күпселеген һаҡлап ҡала алдыҡ. Һәр кем, мөмкинлегенә ҡарап, район үҫешенә үҙенең хеҙмәт өлөшөн индереп, уны тағы ла йәмлерәк итеүгә тырышлыҡ һалды. Һәм бөгөн ниәтләнгән пландарҙы тормошҡа ашыра барып, намыҫлы эшләгән һәр кемгә тәрән рәхмәтемде белдерәм. Яңы йылда беҙ өлгәшелгәндәрҙе нығытыу менән генә сикләнмәйенсә, һәр кешенең тормошон тағы ла уңайлыраҡ, ә йәмғиәтебеҙҙе татыуыраҡ итергә тейешбеҙ.
Киләсәккә өмөт, иртәгәһе көнгә ышаныс менән 2017 йылды оҙатабыҙ, 2018 йылдан сағыу ваҡиғалар һәм яңы ҡаҙаныштар көтәбеҙ. Киләһе йыл ижади һәм емешле хеҙмәт йылы, яңы үрҙәр яулау мәле булһын. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ яҡшы кәйеф, тыныслыҡ, мөхәббәт, иң изге хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек телєйем!
Яңы йыл менєн, ҡәҙерле яҡташтар!
Ә. Байсурин, МР хакимиәте башлығы.
2017 йыл күп кенә ҡаҙаныштар һәм уңыштар килтерҙе, көсөргәнешле хеҙмәт, эҙләнеүҙәр һәм төрлө ваҡиғалар йылы булды. Һис шикһеҙ, һәр кем яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтә. Әммә өмөттәр беҙ, элеккесә берҙәм эшләп, дөйөм проблемаларҙы бергәләшеп хәл иткән һәм бергә алға барған осраҡта аҡлана.
Яңы йыл алдынан теләктәр теләү йолаһы бар. Һеҙҙең иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, янығыҙҙа һәр саҡ туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ булһын, өйҙәрегеҙҙә һөйөү һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен, 2018 йыл һеҙҙең һәм яҡын кешеләрегеҙ өсөн иң уңышлы йыл булһын, өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм ыңғай үҙгәрештәр менән ҡыуандырһын.
Һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар, күңел тыныслығы, именлек һәм шатлыҡ һеҙгә!
Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!
З. Байғусҡаров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.
Хөрмәтле Әлфәрис Сәлихйән улы! Хөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙе Яңы 2018 йыл менән ҡотлайым!
Яңы йыл – иң яҡты, иң яратҡан байрам. Ул беҙҙе уртаҡ өмөттәр, бәхет хаҡында хыялдар менән берләштерә. Яңы йыл алдынан изге уйҙар күберәк килә. Үтеп барған йылда беҙҙе ҡыуандырған яҡшы ваҡиғалар киләһе йылда ла дауам итһен. 2018 йыл ижади һәм емешле эшмәкәрлек йылы, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар осоро булһын, киләсәккә ышанысты нығытһын, ә изге башланғыстарға уңыштар юлдаш булһын. Һеҙгә һаулыҡ, мөхәббәт, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек, ниәтләгән бөтә пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!
Р. Нагаев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.