Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
28 Декабрь 2017, 11:04

ТӨП БУРЫСЫБЫҘ – РАЙОН ХАЛҠЫН УҢАЙЛЫ, ХӘҮЕФҺЕҘ ТОРМОШ ШАРТТАРЫ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

Йәнә бер йыл тарихта ҡала. Район хакимиәте башлығы Ә.С. Байсурин менән интервьюла һүҙ тамамланыусы йыл йомғаҡтары тураһында бара.

Йәнә бер йыл тарихта ҡала. Күптән килгән ғәҙәт буйынса декабрь аҙағында беҙҙең гәзит район хакимиәте башлығының тамамланыусы йыл йомғаҡтары тураһында интервьюһын бирә.
– Әлфәрис Сәлихйән улы, ғәҙәттәге һорау – район 2017 йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамлай?
– Күрһәткестәр хаҡында һүҙ башларҙан алда шунда уҡ иҫкәртәм: раҫланған һандар тыуасаҡ йылдың февраль-мартында ғына буласаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, билдәле бер һығымталар яһарға мөмкинлек бирерҙәй ҡайһы бер күрһәткестәр бар ҙа инде. Беренсенән, төп күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә: ойошмаларҙа тауар әйләнеше һәм тауар оҙатыу, үҙ етештереү эштәре һәм хеҙмәттәр күрһәтеү 2016 йыл кимәленә ҡарата ярашлы рәүештә 102,2% һәм 103,2% тәшкил итте.
Икенсенән, дөйөм майҙаны 8,8 мең кв.м булған 107 торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды, был уҙған йылдан күберәк.
Өсөнсөнән, инвестициялар буйынса ла күрһәткестәр ярайһы. Был йәһәттән йыл һынылышлы булды, тип әйтә алам. Һуңғы йылдарҙа даими алып барылған әүҙем эш һөҙөмтәһе был. 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса төп капиталға инвестиция күләме 2016 йылға ҡарата 352,3% үҫеш менән планлаштырыла, был ҙур проекттар – инвестиция күләме 807 млн һум самаһы булған “Иҫәнғол ҡояшлы электр станцияһын төҙөү” һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Былар барыһы ла 2017 йылды 20 млн һум самаһы бюджет профициты менән тамамларға мөмкинлек бирҙе. Әйтергә кәрәк, барлыҡ социаль йөкләмәләр үтәлде. Ғинуарҙа буласаҡ йомғаҡлау кәңәшмәһендә был хаҡта ентеклерәк һөйләрбеҙ һәм гәзит уҡыусыларға мәғлүмәт еткерербеҙ.
– 2017 йыл ауыл эшсәндәрен мул уңыш менән һөйөндөрҙө. Предприятиелар иҡтисадында был нисегерәк сағылыш тапты, киләһе йылда улар алдында ниндәйерәк бурыстар тора?
– Эйе, быйыл йыл уңай килде. Район аграрийҙары иген культураларынан мул уңыш үҫтереп алды: 55 мең тонна ашлыҡ һуғылды, гектар ҡеүәте 24,2 ц тәшкил итте. Быға ыңғай килгән климат шарттары ғына түгел, сәсеү кампанияһы алдынан башҡарылған ҙур әҙерлек эштәре лә булышлыҡ итте. Иң элек туңға һөрөүҙе билдәләр инем – ул 16 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелде, 500 тоннанан күберәк юғары репродукциялы орлоҡ әҙерләнде. Ул ғына ла түгел, 58 берәмек техника һәм ауыл хужалығы инвентары һатып алынды, ә 38 берәмек республика милкенән беҙгә бирелде. Уларҙың дөйөм хаҡы яҡынса 130 млн һум тәшкил итте. Быйылғы йыл фәнгә нигеҙләнгән технологияларҙы ҡулланып, һәйбәт һөҙөмтәгә ирешергә мөмкинлеген күрһәтте. Ә ер крәҫтиәндең эшһөйәрлеген йомарт уңыш менән баһаларға һәләтле, сөнки ул да тир түккәнде, эйелгәнде ярата.
Һөҙөмтәлә АПК өлкәһендәге эш йомғаҡтары буйынса беҙҙең район Урал аръяғы буйынса беренсе урын яуланы һәм Республика Хөкүмәте Дипломына лайыҡ булды.
Шул уҡ ваҡытта мул уңыш беҙҙең йомшаҡ яҡтарҙы ла асыҡланы. Иң беренсе – комбайндар, шул иҫәптән юғары етештереүсәнлеләре етешмәүе бәкәлгә һуҡты. Икенсенән, сәсеү майҙаны структураһында ғәҙәттәге иген культуралары өҫтөнлөк итә – уларға һорау булмағас, хаҡ та төштө. Ә бит беҙ бер нисә йыл элек хужалыҡтар етәкселәренә нут, пелюшка (борсаҡ төрҙәре), етен кеүек юғары хаҡлы, тотороҡло һорау менән файҙаланған культуралар үҫтерергә йүнәлеш биргәйнек.
Бөгөн республиканың, илдең агросәнәғәт комплексы алдына үҙеңә етерлек итеп үҙ-үҙеңде тәьмин итеү генә түгел, ә илдең иҡтисади потенциалын үҫтереү буйынса амбициоз пландар ҡуйыла. Шунлыҡтан хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, яңы технологиялар үҙләштереү, көнкөрәшлекте арттырыу, производствоға, эшкәртеүгә, логистика инфраструктураһына артабан да инвестиция йәлеп итеү, маркетинг стратегияһын булдырыу төп бурыстарҙан һанала. Бөгөн беҙҙә ит, һөт, тауар балы етештереүҙе арттырыу буйынса бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Районда һарыҡ ите, йөн етештереү буйынса ҡеүәтле кластер булдырыла.
– АПК өлкәһендә ниндәй мөһим инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла, уларҙы бойомға ашырыуҙан ниндәй һөҙөмтәләр көтөлә?
– Августа булған осрашыуҙа «А7-Агро» ЯСЙ-һы менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ хаҡында әйткәйнем инде. Ул ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу баҙарында үҙ урынын тапҡан ярайһы ғына эре холдинг. Раҫланған юл картаһына ярашлы, бөгөн ул беҙҙең район территорияһында матди-техник базаны нығытыу менән әүҙем шөғөлләнә. Атап әйткәндә, Ҡужабаҡ ауылында һөтсөлөк фермаһы реконструкцияланып, голштин тоҡомло тыусаларҙың тәүге партияһы (176 баш) ҡайтарылды. Был йылына 9000 кг һөт бирергә һәләтле бик уникаль тоҡом.
Предприятие Яңы Себенле ауылындағы һөтсөлөк фермаһын һатып алды, тиҙҙән унда реконструкция үткәрелеп, юғары етештереүсәнле мал ҡуйыласаҡ, өр-яңы заманса техника һатып алына.
Киләһе йылға 250 га майҙанда һуғарыу системаһын төҙөү башлана. Инвесторҙар яҡындағы йылдарҙа 450-460 млн һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Яҡынса 142 эш урыны булдырыласаҡ. Шулай уҡ быйыл «Новопетровское» КХ-һы ЯСЙ-һы Италияның ит йүнәлешендәге «Кремонини груп» компанияһы мәнфәғәттәрен күҙәтеүсе «Оренбив» йәмғиәте менән тулы хеҙмәттәшлекте башланы. Хужалыҡта ҡуралар үҙгәртеп төҙөлдө, аҙыҡ һалғыс ҡуйылды. Лимузин тоҡомло һыйырҙарҙың тәүге партияһы (88 баш) килтерелде, ошо арала икенсе партия – Мандалонг тоҡомло һыйырҙар ҡайтарылыуы көтөлә.
Һарыҡсылыҡта яңы кимәлгә сыҡтыҡ. «Маяҡ» ЯСЙ-һында һарыҡтар һаны бер йылда 1000 баштан күберәккә артты. Производствоны артабан үҫтереү өсөн беҙ инвестиция йәлеп итеү буйынса ла эш алып барабыҙ. Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың һарыҡсылыҡ кластерын артабан үҫтереү буйынса күрһәтмәһен үтәү йөҙөнән “Маяҡ” МУАХП-һы “Маяҡ” ЯСЙ-һы итеп үҙгәртелде. Был беҙгә 40 млн һумлыҡ «Региональный фонд» акционерҙар йәмғиәте инвестицияһын йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ошо аҡса иҫәбенә 2018 йылда Волгоград тоҡомло 3 мең баш һарыҡ, тиҙ ҡоролоусы ангарҙар, төрлө ауыл хужалығы техникаһы, инвентарь һатып алырға ниәтләйбеҙ.
Абзан зонаһында – «Инәк» ЯСЙ-һы, Үтәғол яғында «Салауат» ЯСЙ-һы эшкә тотона, улар ҙа техника, мал һатып алыуҙы, сәсеү майҙандарын арттырыуҙы планлаштыра. Ул ғына ла түгел, баҫыусылыҡта ла, малсылыҡта ла фермерҙар хәрәкәте һиҙелерлек йәнләнде. Эшләрҙәй кешеләргә беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ. Асылда, ер иҡтисадты нығытыуҙың мөһим локомотивтарының береһенә әүерелә бара, инвесторҙар ҙа ауыл хужалығына ныҡ ҡыҙыҡһыныу белдерә. Шуныһы уғата мөһим: инвесторҙар беҙгә яңы технологиялар, эште ойоштороуға яңы ҡараштар, идеялар алып килә. Шуға ла технологик модернизация, игенселек мәҙәниәтен күтәреү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу эшебеҙҙә төп йүнәлештәр булып тора.
– Агросәнәғәт комплексында, ғөмүмән, тотош иҡтисадта барған процестарҙа ваҡ тауар етештереүселәр – ЛПХ, КФХ-ларҙың ролен һәм урынын нисек күҙаллайһығыҙ?
– Иҡтисадтың аграр өлкәһендә барған үҙгәрештәр ваҡ тауар етештереүселәрҙе баҙар мөнәсәбәттәренә йәлеп итеүе ҡотолғоһоҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҙур хужалыҡтар менән ярышыуы ҡыйын. Шунлыҡтан продукцияларының һатылыуы күп осраҡта урыҡ-һурыҡ бара. Бөгөн ил һәм республика етәкселеге төрлө схемалар тәҡдим итә, шуларҙан иң ҡулайы булып кооперативлашыу тора. Кесе формаларҙың мөмкинлектәре ҙур, шуны әйтеү ҙә етә: ит менән һөттөң 60%-тан ашыуы уларҙа етештерелә. Халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнеүсе «Деметра» ауыл хужалығы кооперативы уңышлы эшләй. Район буйынса был эшкә 586 шәхси хужалыҡ йәлеп ителгән, тулайым алғанда, 2009 тонна һөт йыйылған.
Быйыл шулай уҡ яңы булдырылған «Башэкоагропродукт» кооперативы БР Хөкүмәте грантына лайыҡ булды. Ауыл хужалығы продукцияһын йыйып эшкәртеү был кооператив эшендә лә төп йүнәлештәрҙән һанала.
Республика Хөкүмәте кооперативҡа ойошорға теләгән инициативалы граждандарға артабан да ярҙам итергә әҙер. 2018 йылда республика Хөкүмәте 100 кооперативҡа ярҙам йөҙөнән 300 млн һум самаһы йүнәлтеүҙе планлаштыра. Беҙҙең район кешеләре лә ситтә ҡалмаһын ине. Быға башланғыс капитал туплау процесын үткән, аҡсаларын отошло итеп ҡайҙа һалырға белмәй аптыранған эшҡыуарҙарыбыҙ иғтибар бирһен ине. Бынан тыш, Ейәнсура райпоһының сеймал әҙерләү йәһәтенән уңышлы тәжрибәһе, ҡыҙыҡтырғыс “Йәнле ауыл” бар. Улар буйынса беҙ эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
– Күренеп тора, ҡыҙыҡлы проекттар, башланғыстар, перспективалар етерлек. Был эш барышында ниндәй проблемалы урындарҙы билдәләргә була, уларҙы хәл итеү юлдары мәғлүмме?
– Иң төп проблема – кадрҙар ҡытлығы. Әгәр бығаса АПК-ла ғына кадрҙар етешмәүен билдәләһәк, хәҙер бюджет өлкәһендә лә ҡытлыҡ һиҙелә. Үткәнендә биргән интервьюла ла был хаҡта һүҙ барғайны. Мәсьәләне хәл итеү – белем биреү учреждениелары етәкселәренең, башҡа ҡыҙыҡһынған предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәренең уртаҡ хәстәрлеге. Профессияларға йүнәлеш биреү мәктәптә үк башланырға тейеш, уҡыусылар ниндәй һөнәр һайлаясағын алдан белеп торһон. Шәхсән эш алып барырға, стимул булдырырға кәрәк, йәғни эш һөҙөмтә бирһен.
Агроколледжға агросәнәғәт предприятиелары менән тотороҡло бәйләнеш булдырыу, белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә килешеү төҙөү мөһим. Унда буласаҡ эш биреүсе иҫәбенә практика, стажировка үтеү, стипендия алыу мөмкинлеге ҡаралырға тейеш.
Бөгөн дәүләт һәм бизнес даирәһе граждандарҙың реаль килеме үҫеше буйынса саралар күрә, дәүләт һәм муниципаль программалар бар, улар ауылдағы йәш белгестәргә арыу ғына ярҙам итеүҙе күҙҙә тота. Был мәсьәләләр күберәк дәүләт кимәлендә булһа ла, беҙ, муниципалитет, ауылда тормош шарттары ҡаланыҡынан ҡалышмаһын өсөн коммуналь, инженер, социаль инфраструктураны яҡшыртыу һәм үҫтереү буйынса артабан да эшләргә әҙербеҙ.
– Бында төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәләре предприятиелары мөһим роль уйнай, улар ниндәй бурыстар атҡарҙы?
– Беҙҙең һайлаусылар наказдарында инфраструктура мәсьәләләре ҙур урын биләй. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса проблемаларҙы үҙ иҫәбебеҙгә хәл итәбеҙ, күп аҡса талап ителгән проекттар буйынса республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән эш алып барабыҙ.
Көстәр һәм аҡса йәшәүҙе тәьмин итеүсе барлыҡ системаларҙың эшкә һәләтлелегенә ярҙам итеүгә, юл, урам-юл селтәрен ремонтлауға һәм тотоуға йүнәлтелде. Юл хужалығы буйынса ғына ла 130 млн һумдан ашыу эш башҡарылды. Тотош алғанда, юл селтәре нормала. Миҙгелдәр араһында хасил булған проблемалы участкаларҙа эш алып барабыҙ. Ағымдағы йылда Иҙелбәк – Казанка араһы, Бужанға юл проблемаһы хәл ителде, артабан Байыш – Биштирәк, Ҡужанаҡ – Ҡороюл, Назар – Арсен юлын һ.б. участкаларҙы ремонтларға кәрәк.
Торлаҡ төҙөү буйынса ла ярайһы ғына эшләнек. Ағымдағы йылда 107 йорт, шул иҫәптән Яңы Павловкала етем балалар өсөн 14 фатир файҙаланыуға тапшырылды.
Коммуналь хужалыҡ өлкәһендә һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса эш дауам итте. Йыл башында Иҫәнғолда блок ҡаҙанлығы эшләй башланы. Йылылыҡ энергияһын ҡулланыусылар уның өҫтөнлөктәрен тойҙо ла инде. Үҙәк ҡаҙанлыҡтар, торлаҡ фонды объекттары ҡышҡа ваҡытында әҙерләнде. Иҫәнғолда күп фатирлы 14 йортта 134 фатирҙы индивидуаль йылытыуға күсереү буйынса проект-смета документтары әҙерләнде.
Район үҙәге үҫеүен иҫәпкә алып, бөгөн беҙ өҫтәмә рәүештә ҡар таҙартыу һәм ассенизация техникаһы һатып алыу буйынса эш алып барабыҙ. Юлдарҙы ҡышын тәртиптә тотоуҙы яҡшыртыу өсөн беҙ ауыл хужалығы предприятиеларының ҡеүәтле техникаһын йәлеп итә инек, алдағы йылда ла быны дауам итмәксебеҙ.
Проблемаларға туҡталып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙе (айырыуса шәхси секторҙа) билдәләргә кәрәк. Ул инфраструктураны модернизациялауға ҡамасаулай, ҡайһы бер подрядсылар ышанысты аҡламай. Атап әйткәндә, Ырымбур өлкәһенән Иҫәнғол ауылында беренсе микрорайонда һыу үткәргес селтәре төҙөүгә тендер отҡан намыҫһыҙ подрядсы арҡаһында объект һаман файҙаланыуға тапшырылмаған. Беҙ республиканың Арбитраж судына иск бирҙек, уның буйынса ҡарар сығарылмаған әле.
Тотош алғанда, ябай булмаған көнкөрәшлек шарттарында был тармаҡтар предприятиеларының күрһәткестәре тотороҡло булып ҡала.
– Социаль өлкә учреждениелары нисек эшләне?
– Был өлкә йәшәйешебеҙ өсөн мөһимдәрҙән һаналып, йәмғиәтебеҙҙең дөйөм именлеген билдәләй. Шуға күрә беҙҙең алға халыҡ ҡуйған һәм эш барышында асыҡланған проблемаларҙы хәл итеүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бында беҙ республика етәкселегенең, бөтә кимәлдәге депутаттарыбыҙҙың, етәкселәрҙең даими ярҙамын тоябыҙ.
Үтеп барған йылда бюджет учреждениелары селтәре тулыһынса һаҡланды. Белем биреү учреждениеларында балалар һаны тотороҡло ҡалыуы ҡыуандыра.
Мәғариф системаһы – социаль сәйәсәттә төп өҫтөнлөктәрҙең береһе. Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә беҙ был өлкәләге ҡаҙаныштар һәм проблемалар тураһында ентекле һөйләнек, киләсәккә бурыстарҙы билдәләнек. Улар барыһы ла район гәзитендә яҡтыртылды, шуға күрә ҡабат туҡталмайым. Бары тик алған йөкләмәләрҙе үтәйәсәгебеҙҙе, был өлкәлә ыңғай һан һәм сифат динамикаһына өмөтләнеүебеҙҙе билдәләп үтәм.
Мәҙәниәт өлкәһендә быйыл халыҡтың ялын сифатлы ойоштороу өсөн шарттар булдырыу эшен дауам иттек. Клубтар һәм мәҙәниәт йорттары беҙҙең тарафтан ауылдың мәҙәни тормош үҙәге булараҡ ҡарала. Беҙ төрлө дәүләт һәм муниципаль программаларҙа, партия проекттарында ҡатнаштыҡ. Әйтәйек, муниципаль бюджет һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ғәмәлдәге эштәр” проекты аҡсалары иҫәбенә 16 ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға 1,6 млн һум тотонолдо. “Урындағы мәҙәниәт йорто” партия проекты буйынса Таҙлар ауыл мәҙәниәт йортона бүленгән 2,3 млн һумға музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре, мебель, яҡтылыҡ-тауыш аппаратураһы, тренажерҙар, ултырғыстар һатып алынды. Шулай уҡ был мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын йүнәтеүгә республика бюджетынан 1,4 млн һум бүленде, хәҙер ремонт эштәре бара. Үрге Мәмбәтша клубы яңы бинаға күсте, Трушин ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре тамамлана.
Шуныһы ҡыуаныслы, мәғарифта ла, мәҙәниәт өлкәһендә лә беҙҙең балаларҙың, йәш таланттарҙың ҡаҙаныштары әҙ түгел, педагогтарҙың, үҙешмәкәр артистарҙың, спортсыларыбыҙҙың да уңыштары бар. Былар барыһы ла берлектәге эш һөҙөмтәһе, был беҙҙең ғорурлыҡ һәм өмөт, кеше потенциалына инвестициялар иң дөрөҫ юл булыуына тағы бер дәлил.
Осраҡтан файҙаланып, райондағы эштәр менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынған һәм беҙҙең башланғыстарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаровҡа, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары Й.С. Ильясоваға, Р. Б. Аблаевҡа, Х.Х. Ишморатовҡа, Р.Й. Нагаевҡа ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.
– Районда демографик хәл-торош нисек һәм киләсәккә күҙаллауҙар ниндәй?
– Бөгөн беҙҙең өсөн тыуым темаһы иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора. Үлем һаны кәмеү менән бергә тыуым да кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән аҙ райондар иҫәбендә. 11 айҙа был күрһәткес 8-гә тигеҙ.
Тыуымдың кәмеүе 90-сы йылдарҙың мираҫы. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмей һәм был тағы 8-10 йыл дауам итәсәк. Шуға күрә төп тырышлыҡты йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә, ауырыуҙарҙы профилактикалауға һәм демографияға кире йоғонто яһаусы башҡа факторҙарҙы кәметеүгә йүнәлтәсәкбеҙ.
Үлемдәр сәбәбен анализлау йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү системаһы ауырыуҙарының, яман шештәрҙең шулай уҡ тышҡы сәбәптәр – юл-транспорт ваҡиғалары, үлтереүҙәр күп булыуын күрһәтә. Һәм бында мин алкоголде самаһыҙ ҡулланыу был факторҙарҙың туранан-тура һәм ситләтелгән сәбәбе булып тороуын билдәләп үтер инем. Өҫтәүенә, контрафакт алкоголь продукцияһы һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә. Дәүләт алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнеше өсөн язаны һиҙелерлек көсәйтеүе яҡшы. 2017 йылдың 29 июлендәге 278-се Федераль закон менән бының өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә һәм административ яуаплылыҡ көсәйтелә. Хәҙер спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатҡан өсөн штраф 50 мең һумға етәсәк.
Бер үк ваҡытта 2015-20017 йылдарҙа үткән Сәләмәт тормош йылы сараларын дауам итергә, әүҙем тормош рәүеше алып барған граждандарға ярҙам итергә һәм дәртләндерергә кәрәк. Ауылдарҙа булғанда сәләмәт тормоштоң популярлығы артыуын күреү ҡыуаныслы, скандинав йөрөүе, фитнес менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта. Күберәк ҡатын-ҡыҙҙар күренә. Ваҡыт үтеү менән ир-егеттәрҙең дә әүҙем спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы артыр, тип өмөтләнәм. Дөйөм алғанда, ял сәғәттәрен ойоштороу өсөн һуңғы йылдарҙа беҙ балалар, спорт майҙансыҡтарын әүҙемерәк төҙөй башланыҡ, мәҙәниәт йорттарына бильярд өҫтәлдәре һатып алына. Киләһе йылда ла был эш дауам итәсәк.
РФ Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Бала саҡ ун йыллығы иғлан итте, 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был ғаилә ҡиммәттәрен артабан нығытыу, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өсөн бик яҡшы сәбәп. Республика һәм ил етәкселегенең күп балалы ғаиләләргә, бала тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән һуңғы инициативалары демографик хәл-тороштоң яҡшырыуына тағы ла ҙурыраҡ өмөттәр уята. Әммә, әйтергә кәрәк, әгәр һаулығыбыҙ хаҡында үҙебеҙ хәстәрлек күрмәһәк, насар ғәҙәттәрҙән баш тартмаһаҡ, беҙгә бер кем дә ярҙам итә алмаясаҡ.
– Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тамамланды. Уның һөҙөмтәләрен нисек баһалайһығыҙ?
– Экологик тәрбиә, тәбиғәтте һаҡлау беҙҙең өсөн яңы эш түгел. Был йәһәттән районда ыңғай эш тәжрибәһе, нығынған традициялар бар. Һәм был ағымдағы йылда өҫтәлмә этәргес кенә алды. БР Экология министрлығы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, етәкселәр, йәмәғәтселәр менән берлектә районда Экология йылын үткәреү планын үтәү буйынса ҙур эш башҡарылды. Иғлан ителгән йыл сараларын башҡарыу буйынса беҙҙең саҡырыуҙарға яуап биргән һәр кемгә рәхмәтлемен. Рөхсәтһеҙ сүплектәр кәмеүе, йылғалар һәм шимәләр таҙартылыуы ҡыуаныслы. Тәбиғәткә ҡарата изге башланғыстар һәр кеше өсөн ғәҙәти эшкә әүерелеүе мөһим.
Шулай уҡ киләһе йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендәге саралар граждандарыбыҙҙың, айырыуса йәштәрҙең ынтылыштарын йәмғиәтебеҙ именлегенә, шул иҫәптән тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтергә мөмкинлек бирер, тип уйлайым.
– Киләһе йыл ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға бай. Мартта – ил Президентын, сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар. Улар үҙенсәлекле буласаҡмы, Һеҙ уларҙан нимә көтәһегеҙ?
– Һәр ижтимағи-сәйәси сара, айырыуса илдең, республиканың үҫеш стратегияһын билдәләгән саралар, һис шикһеҙ, мөһим. Был ҙур яуаплылыҡ. Ил Президентын һайлау бөгөн Рәсәй һынылышлы үҫеш этабында тороуы менән мөһим – көнбайыш партнерҙар тәҡдим иткән уйын шарттарын ҡабул итергәме, әллә илдең милли мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең маҡсатҡа йүнәлешле үҫеш стратегияһын билдәләргәме?
Бәхәстәр һәм фекерҙәр, сағыу лозунгылар һәм вәғәҙәләр күп буласаҡ, провакациялар, бысраҡ сәйәси технологиялар ҙа булыуы ихтимал. Бында мин граждандарыбыҙҙың сәйәси һәм гражданлыҡ аңына, илдә барған процестарға ҡарата төптән уйланылған ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтенә ышанам.
Республика Дәүләт Йыйылышына буласаҡ һайлауҙар тураһында ла шуны уҡ әйтә алам. Республиканың закон сығарыу органы бөгөн Башҡортостандың үҫеш стратегияһын торған һайын күберәк билдәләй. Депутаттарҙың закондар сығарыу эшмәкәрлегендә генә түгел, ә округтарҙа барған процестарҙа ла әүҙем ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ депутаттар халыҡҡа яҡынайыуын, һайлаусыларҙың проблемаларын аңлауын, уларҙы хәл итеү юлдарын табыуын күрәбеҙ. Район халҡы һүҙе эшенән айырылмағандарға ышаныс күрһәтер, тип уйлайым. Һәм ябай граждан булараҡ, һайлауҙарҙан киләсәккә ышаныс, тыныслыҡ, илдә тотороҡлолоҡ көтәм.
– Яңы йыл – ғаилә байрамы. Ял көндәрен нисек үткәрергә ниәтләйһегеҙ?
– Тулыһынса килешәм, Яңы йыл – ғаилә байрамы һәм уны ғаилә менән ҡаршыларға кәрәк. Яҡындарың менән аралашыуҙан яҡшыраҡ тағы нимә булырға мөмкин. Әммә халыҡ әйтеүенсә, эшкә – ваҡыт, ялға – сәғәт. Күп йыллыҡ традиция буйынса 1 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән эш урынында булам. Халыҡтың байрам кәйефен бер нимә лә боҙмаһын өсөн район тормошоноң бөтә системаларының эшләүен тәьмин итеү бик мөһим. Байрамға ҡарамай, айырыуса график буйынса эшләгән предприятиеларҙың, учреждениеларҙың көстәре шуға йүнәлтелгән. Иң элек улар – энергетика предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм шулай уҡ халыҡҡа ял саралары тәҡдим итеүсе мәҙәниәт һәм спорт ойошмалары. Яҡташтарҙы байрам сараларында әүҙем ҡатнашырға һәм Яңы йыл каникулын файҙалы итеп үткәрергә саҡырам.
– Йола буйынса район халҡына теләктәрегеҙ.
– Иң элек һаулыҡ теләйем. Яҡындар һәм туғандар сәләмәт булғанда күңел тыныс, эшкә дәрт, яҡшылыҡҡа ынтылыш була бит. Һәр ғаиләлә муллыҡ, тыныслыҡ һәм именлек булыуын, райондың һәр кешеһе киләһе йылда яҡындарының уңыштарына һөйөнә алыуын, Яңы йыл төнөндә теләнгән теләктәр мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем!
– Беҙ ҙә Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Уңыштар, бөтә ниәттәрегеҙҙең һәм пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Читайте нас: