Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
1 Февраль 2018, 18:20

АТ ОТОУСЫ ҒАИЛӘ ҮҘЕ ЛӘ ШӘП!

Бар халыҡ яратып тыңлаған Башҡортостан Юлдаш радиоһының “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап” марафонында Әминә Исхаҡова ат отто!

Бар халыҡ яратып тыңлаған Башҡортостан Юлдаш радиоһының “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап” марафонында яҡташыбыҙ Үрген ҡыҙы, Үрге Бикбирҙе ауылы килене Әминә Исхаҡова еңеп, ат отто! Бына һиңә яңылыҡ, эйеме? Бының ише бәйгеләрҙа һис уйламағанда шундай елле бүләк эләктереү мөмкинлеге ысын икәнлеген раҫланы был хәл! Ә Әминә Исхаҡова һәм уның ҙур татыу ғаиләһе бындай бүләккә лайыҡлы, сөнки бар яҡтан да булдыҡлы улар!
Атай нигеҙен һыуытмау, тигән төшөнсә бар. Заман башҡа – заң башҡа, ауыл ерендә рәсми эш булмау сәбәпле, үкенескә күрә, был йоланы тота алмаусылар ҙа осрай хәҙерге ваҡытта. Ә бына Әминә һәм Рәсүл Исхаҡовтар нәҡ атай нигеҙендә ҙур һәм күркәм хужалыҡ барлыҡҡа килтереп, мал-тыуарҙы ишле тота, баҡсалары шәп үҫә, ике улды, ике ҡыҙҙы уҡытып, яҡшы тәрбиә биреп үҫтерәләр. Рәсүл әрме хеҙмәтенән һуң оҙаҡ йылдар Карл Маркс исемендәге колхозда механизатор, артабан Бикбау ауыл биләмәһе хакимиәте водителе булып эшләй. Әминә лә ошо уҡ ойошмаларҙа төрлө эштәрҙә эшләй, килен булып төшкәненән бергә йәшәп, бейеме Мәрйәм инәйгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, яҡшылап ҡарай. Был ғаиләлә туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә һөйөү балаларға һүҙ менән генә түгел, ғәмәлдә күрһәтеп тәрбиәләнә. Әйткәндәй, Исхаҡовтар үҙҙәре йәшәгән нигеҙ тарихын махсус альбомға яҙып, фотоһүрәттәр менән биҙәп ҡуйғандар, ни тиһәң дә, буласаҡ ейән-ейәнсәрҙәр ғаилә тарихын ныҡлы белергә тейеш! Ә ул иһә бик ябайҙарҙан түгел. Ғаилә башлығы Рәсүлдең әсәһе Мәрйәм Ҡорбанғол ҡыҙы Исхаҡова (Ильясова) 1926 йылдың 12 ғинуарында Үрге Бикбирҙе ауылында мулла ғаиләһендә, иң кесеһе булып донъяһа килә. 1931 йылда репрессияға эләгеп,ағаһын, әсәһен һәм үҙен Себергә ебәрәләр. Сәрбиямал әсәһен йәш балаһы булыу сәбәпле, кире ҡайтаралар. Ҡайтыуҙарына бөтә донъя һатылған була. Шулай улар кеше тупһаһында тороп ҡалалар. Уларҙы бер туған ағаһы Хәбибҡолой, балалары күп булһа ла, үҙенә йәшәргә ала. Уҡырға төшә, Үрген ауылында 7-се класта уҡып йөрөгәндә һуғыш башланып китә. Был ауыр йылдарҙа ашҡаяҡта ағас ҡырҡалар, күберәк Һарыҡташҡа ат менән колхоз йөгөн ташый. Төрлө эштәрҙә йөрөй. һуғыш бөтөп хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләй, бик күп йылдар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем яланда ашнаҡсы булып тракторсы, комбайнсыларҙы, бесәнселәрҙе үҙенең тәмле аштары һыйлай. Бикбау ауылы егетенә кейәүгә сыға, 1949 йылда улы Радик тыуа, ире ҡаты ауырыу сәбәпле, йәшләй донъя ҡуя.1960 йылда Әһлиулла Исхаҡовҡа кейәүгә сыға, Римма, Ғаяз, Рәсүл донъяға килә. Тормош иптәше Әһлиулла Ғизәтулла улы 1912 йылдың 18 сентябрендә Бикбау (Аҡҡужа) ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар магазинда һатыусы, 1938-1941 йылдарҙа Бикбау ауыл Советы секретары булып эшләй. 1941 йылдың йәйендә Бөйөк ватан һуғышына китә, Ленинград блокадаһында ҡатнаша, күп миҙалдар менән бүләкләнә. Ике тапҡыр яралана. 1944 йылдың көҙөндә 2-се төркөм инвалиды булып яуҙан ҡайтарыла. Артабан тыуған яғында һатыусы,шофер булып эшләй, 1960 йылда урмансы булып Үрге Бикбирҙе ауылна күсеп килә. 12 йыл хат ташыусы була. 1984 йылда һуғыштан ҡалған снаряд ярсығы 40 йылдан һуң үҙен белдереп, ҡарт яугир 72 йәшендә вафат була. Мәрйәм инәй кесе улы Рәсүл, килене Әминә һәм уларҙың балалары менән ҡартайғансы бергә йәшәп, 82 йәшен тултырып, 2008 йылда донъя ҡуя.
Әминә һәм Рәсүл Исхаҡовтар Бикбау ауыл биләмәһенең әүҙем йәмәғәтселәре, ғаилә башлығы иңдәрендә оҙаҡ йылдар депутатлыҡ йөгө лә ята. Үҙ ҡулдары менән зауыҡ булдырған төҙөк йорт-ҡуралары өсөн “Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө ғаилә”, “Өлгөлө ихата” һәм башҡа номинацияларҙа ла бер нисә тапҡыр билдәләнгән улар. Һау-сәләмәт йәшәү рәүештәре менән ауыл йәштәренә үрнәк булып торалар.
Читайте нас: