"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
1 Февраль 2018, 17:35

ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәйҙәр Ғайсин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

«Акрополь» йәмғиәтен, уның етәксеһе, яҡташыбыҙ Хәйҙәр Ғайсинды белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. 1992 йылда уҡ ул шул йәмғиәтте ойоштора һәм бөгөнгәсә уны уңышлы етәкләй. Ҡыуанып хәбәр итәбеҙ: Хәйҙәр Миңшәриф улы ошо көндәрҙә орденлы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәйҙәр Ғайсинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Хәйҙәр Миңшәриф улы хеҙмәт юлын 17 йәшендә генә “Инәк” совхозында ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай. 1990 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған йәш белгес «Күмертаустрой» тресына участка мастеры булып эшкә төшә. Бында өс кенә ай эшләп өлгөрә ул. Йәш, булдыҡлы хеҙмәткәр булараҡ уны Күмертау ҡала Советының архитектура бүлегенә эшкә алалар. Хәҙерге ҡаланың бик күп объекттары Х.М. Ғайсиндың проекттары буйынса төҙөлгән.
Читайте нас: