Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
7 Февраль 2018, 17:44

ЯҠТЫКҮЛДӘН – ЯҠТЫ УЙҘАР МЕНӘН

Сәләмәтлек – донъя бәрәкәте тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Үҙ һаулығын ҡайғыртҡан һәр кем дауаханала дауаланырға, һаулығына ярашлы тейешле дауаларҙы шифаханаларҙа алырға тырыша. Шөкөр, беҙгә лә һаулыҡты нығытып алыу мөмкинлеге тейҙе.

Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа һәм ошо оҙон булмаған арауыҡты һөҙөмтәле үтеү өсөн һаулыҡты хәстәрләү кәрәк. Сәләмәтлек – донъя бәрәкәте тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Үҙ һаулығын ҡайғыртҡан һәр кем дауаханала дауаланырға, һаулығына ярашлы тейешле дауаларҙы шифаханаларҙа алырға тырыша. Шөкөр, беҙгә лә һаулыҡты нығытып алыу мөмкинлеге тейҙе. Күп йыллыҡ хеҙмәтебеҙҙе, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәүебеҙҙе баһалауҙары өсөн район хакимиәтенә рәхмәт.
Республикабыҙҙа шифаханалар байтаҡ. Һайлап алыу мөмкинлеге бар. Яҡтыкүлде маҡтағандарын ишеткән бар ине. Ә халыҡта, мең тапҡыр ишеткәнсе, бер барып күреү яҡшыраҡ, тигән әйтем бар. Беҙ ҙә барып, шифахананың исеме есеменә тура килеүенә инанып ҡайттыҡ. Һулап туймаҫ саф һауа, матур ҡатнаш урман, тау үркәстәренә һыйынып ултырған күлдәр. Иҫ киткес күркәм ерҙә урынлашҡан шифахана үҙе хайран итә. Һәр бүлмә, кабинеттар, коридор зауыҡ менән биҙәлгән, ҡайҙа ҡарама – гөлдәр. Бөтә ерҙә матур, яғымлы итеп башҡортса һөйләшәләр!
Шифахананың төп йүнәлеше – шифалы батҡаҡ. Үҙенең шифаһы, файҙалылығы, химик составы менән Яҡтыкүл батҡағы Рәсәйҙә 2-се урын ала икән. Беҙҙең йәштәге кешеләргә быуын һыҙлауҙарынан шунан да файҙалыһы юҡ! Организмды нығытыусы дауалар, тыныслыҡ, тәбиғәт шифаһы, сихәтле ванналар, ультратауыш, магнит терапиялары, массаждар, хуш еҫ аңҡып торған фитосәйҙәр, тәмле, тәрбиәле аштар тәнгә сихәт бирһә, концерттар, кисәләр, яҡты йөҙ, ҡәҙер-хөрмәт күңелдәрҙе күтәрҙе, йән дауаһы бирҙе. Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле булған тау шыуыу комплексы, иң юғары тау үркәсенә фуникулер кабиналарҙа күтәрелеү, Әбйәлилдең һоҡланғыс күлдәре ғүмерҙә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Яҡтыкүл яҡты уйҙар, тән сихәте бүләк итте.
Читайте нас: