Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Февраль 2018, 17:30

УҢҒАН КИЛЕН - ӨЙ КҮРКЕ

Башҡорт халҡының “Уңған килен – өй күрке” тигән әйтеме Байыш ауылында йәшәүсе Раушания Мөхәмәтйәноваға төбәп әйтелгән кеүек. Мәктәптә тырыш эшсе, өйөндә уңған хужабикә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреүсе гүзәл әсә, тормош иптәшенә ҡәҙерле ҡатын ул Раушания Мансур ҡыҙы.

Башҡорт халҡының “Уңған килен – өй күрке” тигән әйтеме Байыш ауылында йәшәүсе Раушания Мөхәмәтйәноваға төбәп әйтелгән кеүек. Мәктәптә тырыш эшсе, өйөндә уңған хужабикә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреүсе гүзәл әсә, тормош иптәшенә ҡәҙерле ҡатын ул Раушания Мансур ҡыҙы.
Раушания – Үрге Муйнаҡ ауылы ҡыҙы. Ул Мансур һәм Мәрйәм Хәмиҙуллиндарҙың күп балалы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Хәмиҙуллиндар балаларын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Ейәнсурала ҡыҙҙар сәңгелдәктән төшкәс тә ҡулдарына энә алып, шәл сите бәйләй башлай, тип шаярталар күрше райондарҙа. Раушания ла дебет сиратырға, шәл сите бәйләргә бәләкәйҙән өйрәнә. Ата-әсәһенә ярҙам итергә лә, мәктәптә тырышып уҡырға ла, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә, концерттарҙа, кисәләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә уңған ҡыҙ. Муйнаҡ урта мәктәбен тамамлағас, мәктәптә бер йыл ашнаҡсы булып эшләй. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Концерттар, кисәләр унһыҙ үтмәй. Моңло тауышлы ҡыҙҙы ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп саҡыралар. 1998 йылда Үрге Муйнаҡ урта мәктәбенә физик культура уҡытыусыһы булып эшкә килгән Байыш ауылы егете Азат Мөхәмәтйәнов менән таныша. 1999 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаиләнең тормошона йәм өҫтәп, 2000 йылдың 1 ғинуарында ҡыҙҙары Бүләк донъяға килә.
Мал – туйған ерендә, ир – тыуған ерендә, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. 2000 йылдың йәйендә Азат ғаиләһен тыуған ауылы Байышҡа алып ҡайта. Раушания тәүҙә ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй, һуңынан мәктәпкә ашнаҡсы булып күсә, бына 12 йыл инде ул уҡыусыларҙы тәмле аштар менән һыйлай. Ул үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Эш урыны һәр саҡ таҙа, тәртиптә.
Азат һәм Раушания Мөхәмәтйәновтар күп итеп кәзә аҫырай. Раушания Мансур ҡыҙы матур-матур дебет шәлдәр, косынкалар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләй. Уңған килен ырғаҡ менән биҙәкләп бәйләгән дебет бирсәткәләрҙе бүләккә ихлас алалар.
Мөхәмәтйәновтарҙың өй эсе уңған килендең аллы-гөллө ҡул эштәре менән тулы. Унда ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрле, дебет шәлдәр, төрлө биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, йәйғор төҫлө ултырғыс-диван япмалары һәм башҡа сағыу-сағыу әйберҙәр бар.
Бер уйлаһаң, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул тулып ята: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр… Нимәгә күҙ нурҙарыңды түгергә ти? Әммә ҡул эштәре менән ултырыу Раушания килен өсөн ниндәйҙер әйберҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы.
Йәшелсәнең ниндәйен генә үҫтермәй. Ә көҙөн, емеш-еләк өлгөргәс, аш-һыу бүлмәһе тотош консерва заводын хәтерләтә: уның кеүек оҫта итеп ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емеш әҙерләүсе бик һирәктер. Раушания Мансур ҡыҙы сәксәк, бауырһаҡ, ләүәштәр бешерергә лә оҫта. Татлы, матур итеп аш-һыу әҙерләүе үҙе бер ижадҡа тиң.
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тигән матур бер әйтем бар беҙҙең башҡорт халҡында. Раушания Мансур ҡыҙы йорт усағын, ғаилә именлеген һаҡлаусы ғына түгел, киләсәгебеҙҙе дауам итерҙәй сәләмәт быуын тәрбиәләүгә, тормош дилбегәһен дөрөҫ тотоп, заманға яраҡлашып йәшәй белеүгә ҙур өлөш индереүсе лә. Тормош иптәше Азат Мырҙағәле улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Бүләк мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында белем ала. Улдары Нур Байыш урта мәктәбендә – дүртенсе класта, Динар беренсе класта уҡый.
Раушания Мансур ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса ҡыҙҙарға “Оҫта ҡулдар” түңәрәге үткәрергә лә өлгөрә. Түңәрәктә ҡыҙҙар бәйләү серҙәренә өйрәнә. Улар ҡалып менән ултырғысҡа япмалар, өйҙә кейә торған итек бәйләйҙәр.
Ул Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы ла. Байыш ауылы биләмәһендә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл китапханаһында үткән “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡалып менән ултырғыс япмалары бәйләргә лә өйрәтә.
Раушания Мансур ҡыҙы йортондағы эштәрен теүәлләй ҙә йәнә мәҙәниәт йортона ашыға. Ғаиләһенән дә, эшенән дә йәм табып йәшәй ул.
Читайте нас: