Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Март 2018, 15:35

ПУТИНДЫҢ "ИГЕҘӘГЕ" ТАУЫШ БИРҘЕ

Башҡортостанда 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға Путиндың «игеҙәге» килде. 67 йәшлек Юрий Широков Кушнаренко районы Первушин ауылындағы үҙенең һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.

Башҡортостанда 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға Путиндың «игеҙәге» килде. 67 йәшлек Юрий Широков Кушнаренко районы Первушин ауылындағы үҙенең һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.
Урындағы ауыл Советының элекке башлығы, хәҙер иһә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Юрий Широков тыуған ауылында, шулай уҡ тотош илдә барған хәл-ваҡиғаларға етди ҡарарға күнеккән. Һайлауҙа ҡатнашыу — илдә йәшәгән һәр кешенең бурысы, тип иҫәпләй ул.
Башҡортостанда Путинға оҡшаған кешенең йәшәүе тураһында 10 йыл элек үк һөйләй башлағайнылар.
2012-203 йылдарҙа, урындағы «Атна» гәзите (хәҙер был баҫма юҡ) уҡыусылары фекере буйынса, ул игеҙәктәр конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Читайте нас: