Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Март 2018, 20:34

СИРҒОЛДА ҺАЙЛАУҘАР БАЙРАМ ТӨҪӨ АЛҒАН

Сирғол ауылындағы 1923-сө һайлау участкаһында байрам кәйефе.

Сирғол ауылындағы 1923-сө һайлау участкаһында байрам кәйефе. Ҡояшлы, матур көн, яңғырап торған музыка участкаға юл алыусы һайлаусыларҙың кәйефен күтәрә. Мәҙәниәт йорто алдында - йәрминкә, ә эсендә иһә мул ризыҡлы сәй өҫтәле ойошторолған. Комиссия ағзаларының да барыһы ла бер иштән галстуктар тағып, һайлаусыларҙы ихлас ҡаршы алыуы, кәйефтәрҙе күтәрә. Әйткәндәй, күрше Саҙалы ауылы халҡы ла ошо участок исемлегендә.. Улар махсус бүленгән автобус менән килеп, дәррәү тауыш биргән дә инде.

Читайте нас: