Ҡәҙерле һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, район халҡы! Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөгөн, 1945 йылдың май айындағы кеүек үк, Еңеү көнөн беҙҙең йөрәктәр тыныслыҡ һәм азатлыҡ яулап алыуҙан ҙур шатлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта ауыр юғалтыуҙар ҡайғыһы кисерә. Был көн беҙҙә һәр ваҡыт Дан һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ көнө, Тыуған илде сикһеҙ яратыу, халҡыбыҙ батырлығының, ҡаһарманлығының, һынмаҫ ихтыярының һәм ғәйәт ҙур рухи көсөнөң кәүҙәләнеше булып ҡаласаҡ.
Фашизмдың юлына кәртә ҡуйған, кешелек тарихындағы иң ҡанҡойошло һуғышта Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың батырлығы алдында беҙ тәрән рәхмәт тойғоһо менән баш эйәбеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыштан һуң илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Яу яландарында һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә, беҙгә тыныс тормошта йәшәргә һәм эшләргә балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ҡыуанырға мөмкинлек биргән Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ. Тыуған илде ҡотҡарыу хаҡына үҙен аямай үлемгә ҡаршы барыусылар тураһында иҫтәлекте һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу һәр кемдең мөҡәддәс бурысы.
Байрам көнөндә бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек, именлек һәм тыныслыҡ теләйем!
Ә. Байсурин, МР хакимиәте башлығы.
Ҡәҙерле ветерандар, хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙе халҡыбыҙҙың иң изге байрамы – Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым!
9 майҙа беҙ Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыусыларҙы, донъяны нацизмдан ҡотҡарыусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Фронт һәм тыл геройҙары хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Һеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!
З. Байғусҡаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
9 майҙа илебеҙ, бөтә донъя фашистик Германияны Еңеү көнөн һәм Европала икенсе донъя һуғышы тамамланыу көнөн билдәләй. Кешелек тарихындағы һуғыштарҙың иң ауыры һәм дәһшәтлеһе булған Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтте. 1418 көн һәм төнгә һуҙылған был бөйөк хәрби ҡапма-ҡаршылыҡ беҙҙең халыҡ өсөн бик оҙон һәм аяныслы булды. Оҙаҡ көтөп алынған Еңеү ҙур юғалтыуҙар менән яуланды. Илебеҙҙәге һәр ғаилә тиерлек туғанын йәки яҡынын юғалтты. Фашистар меңәрләгән ауыл-ҡалаларҙы емерҙе һәм харабалар ҡалдырҙы. Тотҡон лагерҙарында йөҙәр меңләгән бер ғәйепһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарттар үлемгә дусар ителде.
Яугирҙәрҙең, партизандарҙың, подпольщиктарҙың илебеҙҙе Еңеүгә алып килгән хәрби хеҙмәте бик ауыр булды. Ә тылда был Еңеүҙе тәьмин итеүселәр үҙҙәрен аямай көндө-төнгә ялғап эшләне.
Беҙ һуғышты әсенеү менән хәтерләйбеҙ, әммә һәр кемдең күңелендә яҡты тойғо йәшәй – беҙ еңдек! Был батырлыҡ быуаттар буйы йәшәйәсәк. Яҡты, ҡыуаныслы Еңеү көнөн кешелек онотмаясаҡ.
Бөгөн беҙ ауыр һәм ҡурҡыныс юл үтеүселәрҙе, Ватаныбыҙҙы фашистарҙан арындырыусыларҙы, Европаның башҡа илдәрен фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусыларҙы хөрмәтләйбеҙ һәм иҫкә алабыҙ. Командирҙар һәм һалдаттар, тереләр һәм үлгәндәр, утлы яуҙа һәм тылда еңеү яулаусылар алдында баш эйәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – саф намыҫлы кешеләр. Улар фронтта ҡурҡыу белмәй һуғышты, аҙаҡ тыныс тормошта ең һыҙғанып эшләне. Йәш быуын улар алдында бурыслы. Хәҙер һуғыш ветерандарының сафы ныҡ һирәкләнде. Уларҙың һәр ҡайһыһының Еңеүгә табан ауыр һәм ҡабатланмаҫ үҙ юлы булған.
Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары! Ҡәҙерле район халҡы! Һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡшы кәйеф һәм тыныс күк йөҙө теләйем.
Р. Ҡадиров, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары.