Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
25 Май 2018, 18:39

КҮСМӘ КӘҢӘШМӘ

Таҙлар ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин етәкселегендә ауыл биләмәләре башлыҡтарының күсмә кәңәшмәһе булды, унда террриторияның комплекслы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы.

Таҙлар ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин етәкселегендә ауыл биләмәләре башлыҡтарының күсмә кәңәшмәһе булды, унда террриторияның комплекслы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы.
Тәүҙә биләмә буйлап бәләкәй экскурсия ойошторолдо, бер нисә шәхси хужалыҡ, крәҫтиән-фермер хужалығы күрһәтелде, мәҙәниәт йортонда булдылар. Хәтерегеҙҙә булһа, бынан байтаҡ йылдар элек Таҙлар клубының шыҡһыҙлығы, йылдар буйы буяу төҫө күрмәүе, ғөмүмән, бик насар эске һәм тышҡы күренешен тәнҡитләп яҙғайныҡ. Хәҙер мәҙәниәт йорто ыңғай яҡҡа үҙгәргән: эстән ҡот ҡунған, унда байрамдарҙа фильмдар күрһәтелә, бер ҡыйыҡ аҫтындағы китапханаһы ла күрер күҙгә йәмле. Үҙешмәкәр әртистәргә хәтһеҙ генә сәхнә костюмдары ла ҡайтарылған, музыкаль уйын ҡоралдары ла бар. Клуб хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бында тренажер бүлмәһе ярайһы уҡ яҡшы йыһазландырылған, балаларға түләүле батут урышлаштырылған. Бильярд, өҫтәл теннисы ла уңайлы. Төрлө ижади фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашалар, концерттар, дискотека ойошторола. Клубтан сыҡҡас, былтыр ғына асылған хоккей уйнау майҙансығы күренә – унда ҡыш район-ара хоккей турниры булған.
Мәҙәниәт усағында мөмкин тиклем уңайлыҡтар ҡаралған, тәҙрәләре, ишектәре замансаға яҡынлатылған. Шулай ҙа әле төҙөкләндереү эштәре кәрәк – тупһаһы ярым емерек, бинаның тышҡы йөҙө төҫһөҙ, иҫкелек менән аңҡый.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ултыртылған обелиск янында яугирҙәрҙең фамилияһы бар, исемдәренең һәм атайҙары исеме тулыһынса яҙылмауы бер аҙ аптырата, сөнки бер иштәр бихисап. Һәйкәл майҙансығына рельефлы таш түшәлеүе матурлыҡ бирә, сәскә сәсеү өсөн һауыттар ҙа яҡшы.
Таҙлар мәктәбенең ҡыйығы төҙөкләндерелгән, яңы ҡапҡалар ҡуйылған. Үрге һәм Түбәнге Һарыбил, Биҡҡужа, Луч ауылдарынан 122 уҡыусы көн дә автобус менән йөрөтөлә. Бында 25 сутый ерҙә йәшелсә сәсәләр, үрсетмә лә үҙҙәренеке, артып ҡалғанын һаталар. Ашханала яңы электр плитәһе ҡуйылған, һауыт йыйыу, төтөн һурҙырыу ҡорамалдары ла заманса, тәҙрәләр евро стилендә. Мебель яңыртылған. Спорт залы яҡшы. Мәктәп стеналары тематик стендттар менән тулы, уларҙа бар мәғлүмәт яҙылған.
Был көндө урындағы мәктәптә район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышы ла үтте. Уның эшендә район Советы рәйесе, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Тәлғәт Аҡбутин, район Советы секретары Марат Мөхәмәтов һәм башҡа яуаплы етәкселәр ҡатнашты.
Көн тәртибенә ярашлы район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Иҙелбаеваның, хоҡуҡ һаҡлау органдарының Ейәнсура районы буйынса бүлек етәксеһе урынбаҫары Хәбир Танһыҡҡужиндың, Таҙлар ауыл биләмәһе башлығы Зиннур Яҡшимбәтовтың, мәктәп директоры Сергей Мамуриндың, ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Анна Филатованың сығыштары тыңланды. Наркоманияны иҫкәртеү маҡсатында үҙ-ара ярҙам мәсьәләләре күтәрелде.
Ултырышты район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин алып барҙы. Ҡыҫҡаса алғанда, Таҙлар биләмәһендә урыны-урыны менән йыш ҡына ҡырағай үҫеүсе, наркотиктар исемлегенә инеүсе үҫентеләр юҡ ителеп тора. Хәл-әхүәл киҫкен түгел, шулай ҙа сирҙа тамырынан юҡ итеү отошло булғанлыҡтан, бөгөнгө сара хәүеф төркөмөнә ингән Таҙлар ауыл биләмәһендә ойошторолған. Комиссия наркотиктарға ҡаршы көрәш буйынса сираттағы ҡарарҙы ҡабул итте – контролде көсәйтергә, йәмәғәтселек, халыҡ менән берҙәм эш итергә.
Йәйге миҙгелгә планлаштырылған ауыл байрамдары төҙөкләндереүҙән башлана. Урман хужалығының һайғау, бағана һәм башҡа материал менән тәьмин итеү хеҙмәттәре буйынса Роберт Сырлыбаев һөйләне, заявканы көнө килеп терәлгәс түгел, кәмендә ике аҙна алдан биреү кәрәклеген, ғөмүмән, был мәсьәләне ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡыш хәстәрләй башлауын һораны. Сөнки барыһын ҡапыл ҙур күләмле материал менән тәьмин итеү эшсе, техника етмәүе, уларҙың самалы һанда булыуы арҡаһында тотҡарлана.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе Мирас Байғазаҡов хаҡы миллиондар менән иҫәпләнгән бик ҡеүәтле ике грейдер һатып алыуҙары, юл төҙөкләндереү йәһәтенән ауыл биләмәләренән, ойошмаларҙан мөрәжәғәттәр көтөүҙәрен әйтте.
Тәлғәт Аҡбутин биләмәләрҙәге барлыҡ бал ҡорто ғаиләләре өсөн һаҡлыҡҡа районда кәмендә бер карантин зонаһы ойошторорға өндәне. Шулай ҙа үҙ биләмәләрендәге ҡорттар сәләмәтлеген иң беренсе сиратта ауыл биләмәһе башлыҡтары контролдә тоторға бурыслы һәм яуаплы. Ситтән һатып алынған бал ҡорттары тикшереү үтергә тейеш.
Марат Мөхәмәтов булғанды һаҡларға тырышырға – Райпо магазиндарына, маршрут автобустарына иғтибар бирергә саҡырҙы. Сөнки улар ябыла ҡалһа, халыҡ йәшәйеше өсөн йәнә һорауҙар күбәйә.
Ветстанция етәксеһе Таһир Аҡбалин эре мал биркаланып бөтөүе, аттарҙы тамғалау ҙа аҙағына яҡынлашыуы, ваҡ малды биркалау буйынса эш барыуы тураһында һөйләне. Ауыл хужалығы тауарҙары менән һатыу итеүсе йүнселдәргә үҙ продукцияһы хәүефһеҙлеген раҫлаусы белешмә ветеринар станция аша башҡарылыуын иҫкә төшөрҙө – быны федераль етәкселек тә ҡәтғи талап итә.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев социаль мөхиткә ҡағылышлы мәсьәләр күтәрҙе. Өфөлә республика Башлағы ҡатнашлығында үткән форумда булыуҙары, Ғаилә йылы булараҡ “Ата-әсәлек даны” миҙалдары тапшырылған парҙар хаҡында еткерҙе. 90-100 йәштәре тулыусы юбилярҙар тураһында район хакимиәтенә мәғлүмәт бирергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
Алда торған байрам сараларында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен алдан хәстәрләү зарурлығын киҫәтте.
Район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин ауыл биләмәләре башлыҡтарын йыллыҡ эш планында күрһәтеп, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итмәй ҡалдырыуҙа шелтәләне, ҡайһы берҙәре үтәлмәүгә хатта ике йылдан ашыу ваҡыт үткән. Һыу үткәреү, юл һалыу һымаҡ оло финанс сығымлы эштәрҙе район хакимиәте үҙ өҫтөнә ала, ә бына сүплекте йә шишмәне кәртәләү, урамдарҙы яҡтыртыу, тыҡрыҡтарға һәм урамдарға ҡом түшәү, обелиск майҙанына ҡойма, йә ҡапҡа ҡуйыу, аллеяға үҫенте ултыртыу кеүек эштәрҙе ауыл Советтарына үҙ тырышлыҡтары менән теүәлләргә ҡушты. “Биләмәнең үҫеше башлыҡ эшмәкәрлегенән тора – ул һүлпән икән, эш тә бармай, ниәт һәм үтәлеш фәҡәт уның ойоштороу теләгенә һәм һәләтенә бәйле”, – тип тамамланы башлыҡ һүҙен.
Читайте нас: