9 сентябрҙә район мәҙәниәт йорто алдында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелде. Сарала мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәр артистар сағыу, дәртле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Әминә Әбсәләмова һәм Зәриә Рахманғолова балалар өсөн китаптарҙан күргәҙмә ойошторҙо.