1936-сы һайлау участкаһында 1939 йылғы Булатова Флүрә Йәнмырҙа ҡыҙы һәм 1954 йылғы Терентьева Нина Семеновна тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Шунан участка һайлау комиссияһы ағзалары янына паспортын тотҡан 29 йәшлек Ҡәйүмова Әлфиә Урал ҡыҙы килде. Сөнки бөгөн үҙ киләсәге, яҡындағы биш йылға республика сәйәсәте өсөн тауыш биреүен һәр кем аңлай.
– Һайлау тыныс, эшлекле шарттарҙа үтә. Һайлаусыларҙың тәүге ағымы сәғәт 9.30-ҙа күҙәтелде, – тип һөйләй ҙур стажлы участка һайлау комиссияһы ағзаһы Розалия Йәнйегетова. – Ейәнсурала һайлаусылар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтә.