Яңы Павловка ауылындағы 1938-се һайлау участкаһында 726 һайлаусы иҫәпләнә. Көндөҙгө сәғәт 12-ләргә 150-һе тауыш биргәйне. Комиссия рәйесе Лариса Юшкинаның әйтеүенсә, бында эшкә һәләтле йәштәге кешеләр әүҙемлек күрһәтә. Тауыш биреүҙә тәүгә ҡатнашыусылар – ике кеше. Оло быуын конституцион бурысты үтәүҙә йәштәргә өлгө. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 95 йәшлек Фәтхулла Түләбаев, тыл ветераны, 86 йәшлек Миңлебикә Дауытова участкаға үҙҙәре килеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙе. Ҡайһы берәүҙәр һайлауға ғаиләләре, балалары менән килә. Ата-әсәләре лайыҡлы кешеләр өсөн тауыш биргәнгә балалар ҙа ҡыуана, ни тиһәң дә ил киләсәге улар ҡулында.