Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары 811 һайлау участкаһында ҡуйылған. Ә бына видеокүҙәтеүҙәр бер ерҙә лә юҡ. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында асыҡлауҙарынса, был маҡсатҡа республика бюджетында аҡса ҡаралмаған. Уның рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итеүенсә, иртәнге сәғәт 10-ға һайлау хоҡуғына эйә булған 3,05 млн кешенең 192 458-е (6,3%) үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән.