Берҙәм тауыш биреү көнөндә Ейәнсура районында һайлаусылар әүҙемлек күрһәтә. Йәше-ҡарты был әһәмиәтле сарала ҡатнашыуҙы үҙенең гражданлыҡ бурысы икәнен аңлап эш итһен өсөн һайлауҙар алдынан ҙур әҙерлек эше алып барылды. Ауылдарыбыҙҙа ыңғай үҙгәрештәр, матур ғәмәлдәр байтаҡ – был хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ даими хәбәр итеп тора. Ҡайҙа шишмәләр таҙартып, кәртәләп алына, ҡайҙа күпер төҙөлә, ҡайҙа урамдарға асфальт түшәлә, парк төҙөкләндерелә. “Уңайлы ҡала мөхите”, “Аныҡ эштәр” проекттары тормошҡа ашырыла. Бөгөн һайлаған депутаттарыбыҙ ҙа ауылдарыбыҙ киләсәге өсөн ең һыҙғанып эшләр, йәшәйешебеҙ тағы ла күркәмләнер, тип ышанғы килә.