Иҫәнғол 2-се мәктәбендә ике һайлау участкаһы эшләй. 1931-се һайлау участкаһының участка һайлау комиссияһы рәйесе Вәзир Юланов әйтеүенсә, уларҙа 2099 һайлаусы теркәлгән. Сәғәт 9-ҙарға 150-ләбе үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгәйне инде.
Бында һайлаусылар тауыш бирергә ғаиләләре менән бергә килә. Рәйсә һәм Альфред Кәримовтар, Наил һәм Альмира Йәғәфәровтар, Ләйсән һәм Финарис Ҡорбанаевтар шундайҙар иҫәбендә. Әйткәндәй, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән, иптәшем Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ул ялға ҡайтҡан мәлдә ҡайҙа барһаҡ та бергә йөрөргә тырышабыҙ, ти.