"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
10 Ғинуар 2019, 12:39

«Инәһе көслөнөң – иләүе көслө»

Кеше ғүмере емеш ағасы яҙмышына оҡшаш. Бала сағы, йәшлеге, һау сағы, матур сағы һәр кешенең һиҙҙермәй үтә. Уйлап ҡараһаң, ғүмер көҙөнөң емешле, тыныс, бәрәкәтле, имен булыуы һәр кешегә бигерәк мөһим.

«Инәһе көслөнөң – иләүе көслө»

Кеше ғүмере емеш ағасы яҙмышына оҡшаш. Бала сағы, йәшлеге, һау сағы, матур сағы һәр кешенең һиҙҙермәй үтә. Уйлап ҡараһаң, ғүмер көҙөнөң емешле, тыныс, бәрәкәтле, имен булыуы һәр кешегә бигерәк мөһим.

Ауылдарҙа ағинәйҙәр клубы йәнләнә башлауы ҡыуандыра. Йәш быуынға боронғо йолаларҙы өйрәтеүҙә улар ҙур ярҙам күрһәтә ала. Һау-сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе ойошма булып тороу уларҙың абруйын арттыра. «Инәһе көслөнөң –иләүе көслө» тигәндәй, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар бергәләшеп ифрат күп файҙалы эштәр башҡара ала. Клуб ағзаларының байтағы хаҡлы ялда булыуы уларға ваҡыт мөмкинлеген бирә.

Яңы Петровка ауыл биләмәһенең Башҡорт Үргене ауылында Ағинәйҙәр клубы әүҙем эшләүен әйтеп, гәзит биттәрендә яҡтыртыуыбыҙҙы һоранылар.

Форсаттан файҙаланып, элек-электән йәмәғәт эштәрендә әүҙем Гүзәл Аҡсуринанан ошо ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тураһында ентекләберәк һөйләүен һораныҡ. Уның бәйән итеүенән түбәндәгеләр мәғлүм булды:

2015 йылда 10 кешенән торған ағинәйҙәр клубы ойошторолған, ауылда милли, дини йолаларҙы дауам итеү маҡсаты маяҡ булған. Районда үткән һәр төрлө сараларҙа ҡатнашалар, боронғо көйләү-мөнәжәттәрҙе өйрәнәләр, ҡул эштәре менән булышалар. 2018 йылда ағинәйҙәр эшен йәнләндереү ниәтенән ҙур эш атҡарып сыҡҡандар – тирә-йүн ауылдарҙан ағинәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырғандар. «Ҡатын-ҡыҙҙы яулыҡ биҙәй» исемле ҙур байрамда һәр ағинәй башҡорт ҡатын-ҡыҙының асылын күрһәткән, үҙенә ҡомартҡы булып өләсәй-ҡәрсәһенән ҡалған яулыҡтарҙы алып килеп, тарихын һөйләгән. Шунда уҡ Таңһылыу Янбаева яулыҡ бәйләү серҙәрен төшөндөргән, күргәҙмәлек менән файҙаланған. Һандыҡ-хазиналарҙы ла асып, фекер алышып, киләсәккә пландар ҡороп таралышҡан ағинәйҙәр. Был кисәлә район ағинәйҙәре генә түгел, күрше Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан да вәкилдәр булған. Ошоға оҡшаш сара Бикбауҙа һәм Мәҡсүттә үткән. Әйткәндәй, ағинәйҙәр дини юҫыҡ менән генә үҙ эшмәкәрлеген йәйелдермәй, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалай. Сәхнәлә сығыш яһау өсөн күркәм күлдәктәр тектереп алғандар, башҡорт биҙәүестәре лә бар. Ҡорбан, Ураҙа, Мәүлет байрамдарында ауыл халҡына ағинәйҙәрҙең оло ярҙамы һиҙелә. Бәпес үҫтерергә лә был мөләйем апайҙар ҙур әҙерлек менән йөрөй, йәштәргә фатиха, тел ярҙамы бирә. Аҙна һайын ауыл китапханаһына йыйылып, кәңәшләшеп ала ағинәйҙәр. Ниәттәре күп, башҡарып сығырға насип булһын.

– Элекке йыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаштыҡ, мәсеттең тирә-яғын буяныҡ,таҙарттыҡ. Байрамда мөнәжәттәр башҡарып ҡатнаштыҡ. Дини байрамдарға мәсетте йыуып әҙерләйбеҙ, яңы ҡормалар алып элгәнбеҙ. Беҙ сәләмәт йәшәү яҡлы, аҙна һайын йыйылған ваҡытта фитнес менән шөғөлләнәбеҙ, кистәрен скандинав йөрөшө менән йөрөйбөҙ. Эшләй торған эштәр күп алда, Аллаһ насип ҡылһын башҡарып сығырға! – тине һүҙ аҙағында Гүзәл Әсхәт ҡыҙы.

Әнисә Бикташева.
Фото шәхси архивтан.

Читайте нас: