Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
5 Июль 2019, 14:26

Ҡаршыланы ҡолас йәйеп Юлдыбай ҡунаҡтарҙы

Үткән шәмбелә Юлдыбайға алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан туған- тыумасалар, нәҫелдәштәр йыйылды.

Юлдыбай, халыҡ араһында Сураш булараҡ танылған ауыл Абзан биләмәһенең Әселе буйындағы ауылдарының иң түбәндә урынлашҡаны ул. Районыбыҙҙы Ырымбур өлкәһе менән сикләгән уникаль тәбиғәтле был бәләкәй генә ауылды сит өлкәләрҙәге геологтар, тикшереүселәр, туристар яҡшы белә. Үткән шәмбелә ана шул ауылға алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан туған- тыумасалар, нәҫелдәштәр йыйылды.
Байрамса кейенгән бала-саға, милли кейемдәрҙә йәше-ҡарты – байрам үтәсәк ауыл иртәнсәктән гөр килде. Йәштәр гармун уйнап, ҡолғаға бүләк йыйып үтеү менән, һәр ихатанан хужабикәләр һый-хөрмәтен тотоп, урамда урынлаштырылған өҫтәлдәргә ыңғайланы.
Өҫтәлдәр ауылдың үр, урта һәм түбән яғында ҡуйылған. Байрам бәйгеһе булараҡ баһаланасаҡ өҫтәлдәрҙә аш-һыуҙың төрлөлөгө! Борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙар кәрәҙле бал, ҡыҙыл эремсек, аҡ май, сәк-сәк һәм башҡа күп төрлө милли ризыҡтар урын алған өҫтәлде тағы ла йәмләп ебәрә. Ә һәр өҫтәл янында әҙерләгән күргәҙмәлә уңған хужабикәләрҙең бәйләнгән, тегелгән ҡул эштәренән тыш, өләсәйҙәрҙән ҡалған, бөгөн дә көнкүрештә киң ҡулланылған ҡул тирмәне, көбө, аяҡ орсоғо, әүернә, һандыҡ кеүек ҡомартҡылар урын алған. Ауылдың аҡһаҡалы Сәйфулла Шәмсетдинов иһә ауылдың тарихын сағылдырырҙай фотоларҙан күргәҙмә әҙерләгәйне.
Шул арала ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Ҡурайҙа уйнап, ҡымыҙ, сәк-сәктәр менән ауыл башында ҡаршы алғас, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, Абзан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов, арҙаҡлы ауылдаш Зәкир Әбүбәкиров һәм урындағы “Феррум” ЯСЙ-һы етәксеһе Айҙар Әбүбәкиров халыҡ менән бергә ауыл урамынан атланы. Күргәҙмәләр менән таныша-таныша, урам өҫтәлендәге ниғмәттән ауыҙ итеп, ауылдаштар менән аралаша-аралаша һабантуй үтәсәк ауылдың үр башындағы, Әселе буйында матур яланға килеп еттек.
Байрамды асыу өсөн сәхнәгә ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле Хажиғәле улы күтәрелде. Ул юлдыбайҙарҙы бөгөнгө осрашыу менән тәбрикләп, һүҙҙе район хакимиәте вәкиле Тәлғәт Аҡбутинға бирҙе.
– Халҡыбыҙ туғанлыҡ ептәре менән көслө, бөгөнгөләй осрашып, ептәрҙе нығытып тороу яҡшы күренеш. Ошондай байрамдарҙа ауылдарыбыҙ яңырыу кисерә тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Сөнки ҡунаҡ ҡаршылаған һәр кем йорт-ихатаһын тәртипкә килтерә, тотош ауыл күркәмләнә, – тине Тәлғәт Буранбай улы. Ул ситтәгеләрҙе тыуған ауыл һәр саҡ тартып торһон, ә ауылда уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршылаусы яҡындары булыуын теләп, район хакимиәте исеменән ауыл клубына музыкаль үҙәк бүләк итте.
Артабан сәхнә түренә бер-бер артлы Өфөнән ҡайтҡан Зәкир Әбүбәкиров, Гәрәй Уйылданов, Мәскәүҙән ҡайтҡан Роза Әбүбәкирова күтәрелде. Һәр ҡайһыһы ауылдаштарын сәләмләп, байрамды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, Роза Зәбихулла ҡыҙы ауылдаштарына Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Р. Симандуевтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Юлдыбайҙарҙы шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмил Ишһарин да ҡотлау открыткаһы ебәргәйне. Ҡаҙағстандан ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә сәхнә түренә күтәрелеп, сәләмдәр юллап, ҡаҙаҡ йырҙары бүләк итте.
Юлдыбай ауылында матур йорттар һалып, тәрбиәле балалар үҫтереп, күркәм баҡсалар ултыртып, ауылдаштарын һөйөндөрөп йәшәгәндәр бихисап. Шулар араһынан Азат һәм Гөлнар Ибраһимовтар, Шәмсиә Мәзитова, Хәмделниса Вәлитова – “Өлгөлө йорт” номинацияларында, ә Вәғиҙә һәм Йәнғәле Мырҙабулатовтар, Зөлфирә һәм Илфат Килдийәровтар, Ромул һәм Розалия Ғәлиевтар, “Өлгөлө ғаилә” булараҡ байрам сәхнәһендә билдәләнде. Иң оҫта ҡуллы ауылдаштар булараҡ Ишбулды Уйылданов һәм Вәимә Ҡолдәүләтова ла бүләкләнде. Байрам уңайынан Юлдыбайҙың иң өлкән кешеһе – 92 йәшлек Әминә Әбүбәкирова һәм иң йәше – 7 айлыҡ Нәфис Яйыҡбаев та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Байрам табыны әҙерләү буйынса бәйгелә урта өҫтәл – беренсе, үрге һәм түбән остағылары икенсе урынды бүлеште.
Рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр йыр-моң менән үрелеп барҙы, ә аҡланда иһә ярыштар башланды. Һәр һабантуйҙың биҙәге булған халыҡ уйындарында олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп уйнаны, күңел асты. Барлыҡ теләүселәр “Феррум” хужалығы тәҡдим иткән тәмле былауҙан ауыҙ итә алды.
Читайте нас: