Яңыбай ауыл биләмәһендә “Игенбар” быуаһы төҙөлдө
Биләмәлә ҙур йылғаларҙың булмауы, һуңғы йылдарҙа Ҡороюлдың да һыуы кәмеп, бөтөү кимәленә етеүе урындағы халыҡты борсоуға һала. Был мәсьәләнең көнүҙәклеге быйыл ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын тауҙар буйлап таралғанда, айырыуса, ныҡ һиҙелде. Шуға ла Ҡыҙылъяр һәм Башҡорт Бармағы ауылдары янындағы Игенбар быуаһы төҙөлөүен урындағы халыҡ ҡыуанып ҡаршыланы.
Урыны ла бик уңышлы һайланған – яр нығытыу бер яҡлап ҡына талап ителгән. Ғөмүмән, быуаны төҙөү, сметаға ярашлы, 630 мең һумға барып баҫҡан. Республикабыҙҙың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың “Урал” мәрхәмәтлек фондының матди ярҙамы менән төҙөлгән быуаның юлы ла янғын һүндереү машиналары килеп, һыу тултырып, боролоп сыға алырлыҡ итеп, эшләнгән. 4,5 метр тәрәнлектә буласаҡ һыу ятҡылығын әле Игенбар шишмәһе яйлап ҡына тултыра.
Биләмә башлығы Самат Ҡансурин әйтеүенсә, киләсәктә бында балыҡ үрсетеү, ял итеү урыны итеп төҙөкләндереү планда. Ә шулай ҙа уның төп маҡсаты – янғын осрағында һыу алырлыҡ ятҡылыҡ булыуы.