Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Проект буйынса районда байтаҡ эштәр башҡарылды: зыяраттар кәртәләнде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, урамдар яҡтыртылды, техника алынды һ.б. Киләсәктә лә был шәп программа биргән мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағанда, ауыл халҡы ҡайһы бер үҙҙәренең генә көсөнән килмәҫтәй проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген ала. Шулай итеп, бөгөн районда ППМИ-2020-гә старт бирелде.
Тәүге йыйылыш Хоҙайбәндә ауылында үтте. Район хакимиәте вәкилдәре Мөршиҙә Байгилдина һәм Илнур Ибраһимов халыҡҡа программаның маҡсатын һәм конкурста ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы. Әлбиттә, клубты ремонтлау, ҡыйығын алмаштырыу кеүек башҡа эштәр ҙә бар, әммә хоҙайбәндәләр бер тауыштан ауыл зыяратын кәртәләү кәрәклеген хупланы.
Тәүге йыйылыш бик әүҙем үтте, халыҡ та дәррәү килде, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Был мәсьәлә тағы ла бер нисә йыйылышта ҡараласаҡ. Әммә ауыл халҡы башлаған эшкә тоғро ҡалып, ниәттәрен тормошҡа ашырыр тип ышанғы килә.