Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Ноябрь 2019, 17:00

Ҡабаҡ байрамына йыйылдыҡ

#ә_беҙҙең_ауылдаҠайҙалыр ҡыҙарып бешкән тәмле алма байрамын үткәрһәләр, ҡайҙалыр әсе баланды маҡтап ҙурлаһалар, беҙҙең Күгәрсен уңғандары ҡарап тороуға ябай ғына, тәгәрәп кенә ерҙә үҫкән, ләкин изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә телгә алынған, Юныс пәйғәмбәргә хәл индереүсеҡабаҡҡа дан йырланы.

Беҙҙең Күгәрсен ауылында әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар һәр сарала:“Айыҡ ауыл- 2019” район конкурсы булһынмы, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” исемле спорт уйындары булһынмы, халыҡты йыйып,ҡатнашып, күңелле йәшәй. Әле яңыраҡ күрше Аҡҡондоҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ауыл советы депутаты Гөлсәсәк Ғүмәрова етәкселегендә Күгәрсен ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын “Уңыш байрамына” саҡырһа, Күгәрсен ҡатын-ҡыҙҙары ла “ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тип уларғаҠабаҡ байрамына саҡырыу ебәрҙе.
Ҡайҙалыр ҡыҙарып бешкән тәмле алма байрамын үткәрһәләр, ҡайҙалыр әсе баланды маҡтап ҙурлаһалар, беҙҙең Күгәрсен уңғандары ҡарап тороуға ябай ғына, тәгәрәп кенә ерҙә үҫкән, ләкин изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә телгә алынған, Юныс пәйғәмбәргә хәл индереүсеҡабаҡҡа дан йырланы. Ауыл биләмәһе хакимиәте алдындағы байрам үтәсәк майҙаннәҡ алтын көҙҙөң бөтә матурлығын үҙендә сағылдырҙы был көндө. Бик үҙенсәлекле башланып китте байрам. Алып барыусы – уҡытыусы, ауыл советы депутаты Сания Хөсәйенова байрамды асып, иң түргә Ҡабаҡты саҡырҙы һәм алтын төҫөн хәтерләткән йоморо ҡабаҡ (Миңзәлә Бикбулатова) арбаға ултырып, Нәйлә Әбделмәнова ярҙамында майҙанға килеп тә сыҡты. Уларҙы халыҡ ихласлыҡ менән дәррәү ҡаршы алды.
Ауылдың әүҙем ҡыҙҙары МиңзәләБикбулатова, ГөлсәсәкҒүмәрова, СанияХөсәйенова, ЗаремаАбдрахманова,НәйләӘбделмәнова, Фәнүрә Ғиззәтуллина бик ныҡ әҙерләнгәйне.Түрҙә – көҙҙөң бөтөн матурлығын күрһәтеп, шарҙар менән биҙәлгән, һәр төрлө емеш-еләктән сағыу композиция. Оҙон итеп һуҙылған өҫтәл ҡабаҡтан һәм башҡа милли ризыҡтарҙан, әҙерләнгән аш-һыуҙан һығылып торҙо. Һалҡын көндө күңелдәргә йылы өҫтәп, гөрләп самауыр ҡайнап ултырҙы. Өҫтәлдең икенсе башында оҫталарҙың көҙгө байлыҡтан эшләгән ҡул эштәре урын алды. Бер-бер артлы ярыштар, һәр төрлө уйындар берәүҙе лә ситтә ҡалдырманы.Килгән һәр тамашасы – балаларҙан алып ололарға тиклем – барыһы ла ҡатнашып, бүләк алып шатланды.
Күрше ауыл ҡунаҡтары ла күстәнәсһеҙ килмәгән байрамға: музыкаль бүләк – картуф тураһында йыр булһа, бешергән һәр төрлө милли тәмлекәстәр сәй өҫтәлендә урын алды. Ҡабаҡ кейемендәге ауыл фельдшеры Миңзәлә Бикбулатова ҡабаҡтың витаминдарға, антиоксиданттарға иҫ киткесбай булыуын, организмды йәшәртеү көсөнә эйә икәнен һөйләп, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе.Күгәрсен ауылы “Иман нуры” мәсете мөслимәләре исеменән Гүзәлиә Ғүмәрованың кешегә генә түгел, бөтә тереклеккә “йәшәү эликсиры” булған ҡабаҡтың нисек итеп изге Ҡөрьән китабына инеүе, Юныс Пәйғәмбәрҙе нисек итеп үлемдән алып ҡалыуы, дин, әхләҡ, иман тураһында йөкмәткеле,фәһемле сығышы күптәрҙе уйға һалғандыр.
Шундай бай йөкмәткеле күңелле сара самауыры ҡайнап ултырған өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды. Аллаһы Тәғәлә һәр эштең дауамлы булыуын һөйә,ошондай халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерерлек, ысын мәғәнәһендә, ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, матур саралар ойоштороусы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда – ауыл йәшәр, иншаллаһ! Был сарала ҡатнашҡан һәр бер ауылдашҡа – олоһона, кесеһенәауыл Советы хәкимиәте исеменән ҙур рәхмәт еткерге килә!
Хәлиҙә Мөрсәлимова. Күгәрсен ауылы.
Читайте нас: