Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
12 Февраль 2020, 19:00

Бергәләп эш алып барырға кәрәк

7 февралдә Арсен мәҙәниәт йортонда Һаҡмар ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышы үтте. Унда Һаҡмар ауыл Советы хакимиәтенең 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға бурыстар ҡуйылды. Сарала район башлығы Дәмин Марат улы Юланов, муниципаль район Советы депутаты, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Денис Александрович Ғәбәүетдинов һәм ауыл биләмәһендә урынлашҡан ойошма етәкселәре, биләмә ауылдары халҡы ҡатнашты.Биләмә өс ауылдан тороп, уларҙа йәмғеһе 815 кеше йәшәй: Арсенда – 562, Һаҡмар совхозының 3-сө совхозында – 174, Тирәклелә – 79 кеше.

7 февралдә Арсен мәҙәниәт йортонда Һаҡмар ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышы үтте. Унда Һаҡмар ауыл Советы хакимиәтенең 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға бурыстар ҡуйылды. Сарала район башлығы Дәмин Марат улы Юланов, муниципаль район Советы депутаты, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Денис Александрович Ғәбәүетдинов һәм ауыл биләмәһендә урынлашҡан ойошма етәкселәре, биләмә ауылдары халҡы ҡатнашты.
Йыйылышты, халыҡ ышаныс белдереп, яңы ғына һайлап ҡуйылған ауыл биләмәһе башлығы Наил Сәмиғулла улы Яҡшығолов алып барҙы һәм иң тәүҙә уның сығышы тыңланылды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, биләмә өс ауылдан тороп, уларҙа йәмғеһе 815 кеше йәшәй: Арсенда – 562, Һаҡмар совхозының 3-сө совхозында – 174, Тирәклелә – 79 кеше. Демографик хәл-торошҡа килгәндә, 6 бала тыуған; 16 кеше үлгән, шуларҙың дүртәүе пенсияға сыҡмаған. Биләмәлә 125 бала, 156 кеше хаҡлы ялда, эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең 256-һе эшләй. Үткән йылда ике ғаилә үҙҙәренең 50 йыл бергә йәшәүен билдәләгән: Ғилметдин һәм Фәниә Усмановтар, Владимир һәм Валентина Адушевтар. 17 күп балалы, 2 социаль яҡтан насар ғаилә, ауыр тормош хәлендә ҡалған 5 ғаилә бар.
Биләмә ауылдарында бөтәһе 276 йорт булып, уларҙа 806 эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 312 һыйыр аҫырала. Ваҡ мал – 858 баш, ҡоштар – 1089, аттар – 51. Алты ауыл хужалығы ойошмаһы эшмәкәрлек алып бара бында: “Арсен” ЯСЙ-һы, Л. Бикбаеваның КФХ-һы, А. Иманаевтың КФХ-һы, И. Ситиновтың КФХ-һы, шулай уҡ ШЭ Л. Дергачева һәм ШЭ Ш. Яҡшығолов.
Һаҡмар ауыл биләмәһендә Арсен урта дөйөм белем биреү мәктәбе, “Дюймовочка” балалар баҡсаһы, мәктәп яны интернаты, өс мәҙәниәт усағы: Арсен культура йорто, Назар ауыл клубы һәм Арсен моделле китапханаһы, тағы өс һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы: Арсен ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 3-сө ферма һәм Тирәкле ФАП-ы, шулай уҡ “Рәсәй Почтаһы” эшмәкәрлек итә. Ауыл халҡына кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн сауҙа нөктәләре лә бар: Арсенда РайПО һәм ике шәхси, 3-сө фермала РайПо магазиндары бар, Тирәклеләр ундай бәхеттән мәхрүм.
Наил Сәмиғулла улы биләмә бюджетын тейешенсә яҡтыртып китте. 2019 йылда расход 3 278 458 һумлыҡ булған, юл расходы – 341 000 һумлыҡ: ҡышҡы осорҙа юлдарҙы таҙартыу – 173 898 һум, Арсен ауылының Клуб урамына 160 000 һумлыҡ ҡом-таш түшәлгән, дизяғыулыҡҡа 7101 һум аҡса киткән. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса 373 206 һумлыҡ эш башҡарылған, шуларҙың 60 000 һумы урамдарҙы яҡтыртыуға, төҙөлөш материалдарына – 236 700 һум, Арсендағы Еңеү паркын төҙөкләндереүгә – 76 506 һум тотонолған. Газ менән тәьмин итеү схемаһына 30 980 һум, Тирәкле һәм 3-сө ферманың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын рекультивациялауға – 119 416 һум, район һабантуйына һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ға – 62 720 һум, хәрби учетҡа ҡуйыуға 75 825, 41 һум бүленгән.
Уҙған йылда “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә Арсен ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы Еңеү паркының ингән ере алыштырылған. 2020 йылда ла бындай программаларҙа ҡатнашырға уйлайҙар. Ноябрҙә йыйылыш уҙғарылып, Урындағы инициативалар программаһында ҡатнашырға – Арсен ауыл мәҙәниәт йортоноң тамашасылар залындағы ултырғыстарын алыштырырға уйлайҙар. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл халҡының аңлап эш итеүе кәрәк, был проектта ҡатнашыу өсөн дөйөм алғанда, спонсорҙарҙы ла йәлеп итеп, 103 600 һум аҡса йыйырға тейешлеләр, ә эштең дөйөм суммаһы, проект документацияһы буйынса, 700 000 һумға төшәсәк. Тағы ла “Реаль эштәр”ҙә ҡатнашып, клубтың ингән ерен матурлап эшләргә планлаштыралар. Йыл да уҙғарыласаҡ шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ҡатнашып, быйыл Ҡаҫмарт йылғаһы янындағы “Көмөш тояҡ” шишмәһенең башын матурлаясаҡтар.
Һәр ауылда булған берәҙәк эттәр проблемаһы ла борсой, биләмә башлығын: “Улар беҙҙеке. Бер ҡайҙан да килеп сыҡмаған. Административ штрафтар күләме 1000-дән 2000 һумға тиклем, хужалар администртаив яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡтар”, – тип эттәрҙе бәйҙә тоторға саҡырҙы. Тағы ла биләмәгә янғын хәүефһеҙлеге өсөн һыу йыйырға һауыт кәрәк.
2021 йылда Арсен ауылы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл уҙасаҡ, шуға Наил Сәмиғулла улы Дәмин Марат улына Ауыл хакимиәте бинаһына – капремонт, 3-сө ферма ФАП-ына – ремонт, РайПО етәксеһе Илдар Дәминевҡа – Арсендағы магазинға ремонт, ә Денис Александровичҡа Һаҡмар фельдшерлыҡ амбулаторияһы бинаһына ремонт һәм тирә-яғын кәртәләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.
Эске эштәр бүлегенең Ейәнсура районы буйынса уполноменныйы, участковый Алесь Илдус улы Күҙәшев Абзан, Әбүләис һәм Һаҡмар биләмәләрендә эшмәкәрлек алып бара. Территорияла уҙған йылда бөтәһе 16 енәйәт эше теркәлеп, уларҙың алтауы Алесь Илдус улы тарафынан асылған, дүртәүе (уғрылыҡ) асылмаған: Арсен ауыл янында гр. Мерәҫеваның – ике аты, Иманаевтың һыйыры юғалған, йәйен ауыл биләмәһендә иҫәптә торған мотопомпа урланған, һәм билдәһеҙ кешеләр интернет селтәрендә алдау юлы менән М.Вартаняндан 36 600 һум аҡса урлағандар. Суррогат эсемлектәр һатыусыларға ҡарата Арсендан ике кешегә – В. Әлембәтова һәм К. Корнееваға, 3-сө ферманан Ф. Иҫәнсуринаға 30 000 һумлыҡ штраф һалынған.
Арсен мәктәбе директоры Гөлназ Ғәйнулла ҡыҙы Тоҡомбәтова сығышынан шул билдәле булды: мәктәптә – 82, Малиновка филиалында 7 уҡыусы белем ала. “Дюймовочка” балалар баҡсаһына 16 бала йөрөй. Үткән йылда 9-сы класта дәүләт имтихандарын 15 уҡыусы тапшырған, 11-се кластағы 8 уҡыусының берәүе дөйөм предметтар буйынса минимумды үтә алмаған. Мәктәп тейешле педагогик кадрҙар менән тәьмин ителмәгән: информатика, география, ОБЖ һәм физика предметтары буйынса уҡытыусылар талап ителә. Быйыл “Ауыл ерендә уҡыусыларҙың физик культура һәм спорт менән күнекмәләрен уҙғарыу өсөн шарттарҙы яҡшыртыу өсөн” проекты сиктәрендә спортзалға ремонт планлаштырыла. Шулай уҡ, Гөлназ Ғәйнулла ҡыҙы мәктәп администрацияһы һәм уҡыусылар исеменән ГАЗель һатып алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны, УАЗик сафтан сығырға йөрөй, ә автобус тулы ремонт талап итә. Мәктәпкә тирә-яҡ ауыл балаларының килеп уҡыуын иҫәпкә алғанда, был бик мөһим мәсьәлә, сөнки кеше ғүмерҙәре өсөн яуап тотабыҙ.
Директорҙың һорауына яуап итеп, Дәмин Марат улы план буйынса ун йыл һайын мәктәп автобустары яңыртылып торорға тейешлеген әйтеп үтте, ун йыл уҙған икән, тимәк, яңыртыласаҡ.
Артабан сығыш яһаусы Һаҡмар врачлыҡ амбулаторияһы педиатры Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы Ибраһимова учреждениеның эшмәкәрлегенә байҡау яһап үтте. Һаҡмар ауыл биләмәһе халҡын һәм Яңыбай, Иҙелбәк биләмәләре балаларын хеҙмәтләндерә. Анализдар шуны күрһәтә: халыҡтың йәше ҡартая, тыуым әҙәйә, район буйынса иң насар күрһәткес был зонала… Әле биләмә буйынса бер йәшкә тиклемге 6 бала иҫәпләнә, 1-се класҡа – 7, ә балалар баҡсаһына 5 бала киләсәк. Балалар һаны йылдан-йыл кәмей. “Был нимәгә бәйле? Иң беренсе – халыҡтың күпселеге оло йәштә. Икенсенән, 2019 йылда үлгән 16 кешенең үлем сәбәбенә ҡарағанда, 60 йәшкә тиклемге үлгәндәр – бишәү. Алты осраҡ хроник алкоголь ауырыуҙарына бәйле, икәү алкоголь интоксикацияһынан үлгән”, – Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы үлем осраҡтарының күпселегенең спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙан икәнлеген әйтеп үтте. Ике Амбулаторияла процкабинет, лаборатория, физкабинет һәм ике урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар эшләп килә. Халыҡты фельдшер һәм участка педиатры ҡабул итә. Кәрәкле препараттарҙы аптеканан һатып алырға мөмкин. Педиатр әйтеүенсә, амбулаторияның ҡыйығына етди ремонт кәрәк.
Арсен мәҙәниәт йорто Лев Лазерович Егоров биләмәләге мәҙәниәт усаҡтарының эшенә отчет яһаны һәм 25 мартта ауылда уҙасаҡ Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуға ҡарата уҙасаҡ марафонға ауыл халҡынан тыл хеҙмәтсәндәре, һуғышта һәләк булғандар һәм әйләнеп ҡайтҡандарҙың фотоларын көтөп ҡалыуын әйтеп уҙҙы. Шулай уҡ әлеге ваҡытта һәйбәт кенә эшләп килгән хужалыҡтар – КФХ етәксеһе Ислам Ҡыуанысғәле улы Ситинов һәм “Арсен” ЯСЙ-һы директоры Ирек Мирас улы Бикбаев та үҙҙәренең тураһында сығыш яһанылар. Һаҡмар ветеринар участка етәксеһе Клара Ғәфүр ҡыҙы Хәйбуллина малдарҙы биркалау, чип ҡуйыу мәсьәләләренә ҡағылды. Шулар буйынса малдарҙы, юғалған хәлдә лә, табыу мөмкинлеге бар.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Александрович амбулаторияға ремонт буйынса заявка бирелүен, әгәр раҫлаһалар, капремонт эшләнәсәген әйтеп китте. Август айында “Сәләмәтлек поезы” ике көн Арсенда эшләйәсәк. Шулай уҡ интернет селтәре буйынса ла тулы яуап алды депутаттан биләмә халҡы, ул баҡыр кабель буйынса килә, яй эшләй, тиҙлеген бер нисек тә арттырып булмай. Оҙаҡламай, бөтә ФАП-тар юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ, шуға ярашлы, Тирәкле ФАП-ына ла. Был ауыл халҡына ла интернеттың тиҙ килеүен тәьмин итәсәк. Әлбиттә, тиҙ генә булмаясаҡ, был 2021-2022 йылға планлаштырыла.
Ни өсөн район дауаханаһында УЗИ эшләмәүе, унда ултырған ҡатындың түләүле шәхси УЗИ-ҙа ебәреп ултырыуы, тағы ла табипҡа яҙылыу өсөн регистратура телефонына эләгеп булмауы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе баш табип. Дәмин Марат улы УЗИ кабинетында булған аңлашылмаусанлыҡтар буйынса үҙенә тулы мәғлүмәт биреүҙәрен һораны.
Бөтә сығыш яһаусыларҙы тыңлағас, Дәмин Марат улы район буйынса белем биреү системаһы, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, йәштәр политикаһы, иҡтисад, агросәнәғәт комплексы, юл төҙөлөшө мәсьәләләре тураһында һөйләп үтте. Башлыҡ, шулай уҡ, биләмә халҡының, төп йүнәлеше – ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек етештереү булған проекттарҙа ҡатнашмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Юл төҙөлөшөнә килгәндә, биләмә ауылдары урамдарының 800 м арауығына ҡырсынташ һибеләсәк, тик бының өсөн карьер кәрәк, әгәр ҙә табылмаһа, Малиновка карьерынан ташыласаҡ.
Башлыҡ алда торған саралар – апрелдә тауыш биреүҙә, августа Фольклориадала, октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡты иҫәпкә алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Дәмин Марат улы үҙенең халыҡ өсөн асыҡ булыуын, шулай уҡ соцселтәрҙәрҙә яуап бирергә әҙер булыуын әйтеп үтте.
Йыйылған халыҡтың сығыш яһаусыларға, биләмә һәм район башлығына һорауҙары күп булды: мәктәпте һәм балалар баҡсаһын урындағы етештереүселәрҙең һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү (бының өсөн махсус минизавод – пастеризациялау ҡоролмаһы кәрәк), хоккей коробкаһы, быуа (янғын сыға ҡалһа, Хоҙай күрһәтмәһен, һыу алырлыҡ та урын юҡ), юғалған мотопомпа, интернет, юлдар, автобус мәсьәләләре, һимертелгән сусҡаны тапшырып булмау. Һәр береһенә ентекле яуап ала алды Һаҡмар ауыл биләмәһе халҡы. Хәҙер 2020 йылға ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә бергәләп эш алып барырға кәрәк. Тағы ла район башлыҡтарынан Әбделмәновтан һуң берәү ҙә килмәүен әйтеп үтте йыйылыусылар…
Читайте нас: