Иҫәнғол ауыл биләмәһе территорияһында хәл-торош тураһында полиция капитаны Байрас Байғазин улы Исмәғилев ентекләп һөйләне.
2019 йылда биләмәлә 116 енәйәт ҡылынған, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 25-кә әҙерәк. Иң йыш ҡылынған енәйәт – бөтә төр шәхси мөлкәт урлау: телефон, велосипед (йәйгеһен), банк карталарынан аҡса сәлдереү, транспорт саралары һәм уның агрегаттары һ.б. Күпселек енәйәттәр хужаларының иҫерек булыуынан файҙаланып башҡарылған, ә техника ҡарауһыҙ ҡалдырылғанлыҡтан. Шулай уҡ Яңы Юл ауылында йәшәүсенең бер һарығы ирекле көтөүҙән юғалған.
Иҫкәртеү характеры йөрөткән енәйәттәр күберәк ғаиләлә, көнкүрештә эскелек һөҙөмтәһендә ҡылына. “Үлем менән янау” статьяһы буйынса – 6, “Кеше ғүмеренә алдан уйлап уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереү” – 4, “Кеше ғүмеренә алдан уйлап еңелсә ауырлыҡтағы зыян килтереү” 3 енәйәт теркәлгән. Бер законһыҙ наркотик матдә һаҡлау осрағы булған. Әйтергә кәрәк, биләмәлә үлем осраҡтары булмаған, шулай ҙа “граждандарҙың ғүмеренә ауыр зыян килтереү” категорияһы буйынса 3 осраҡ билдәле. Властҡа ҡаршы енәйәт ҡылыу факттары: “Власть вәкилен битәрләү” – 2 (гр. Н.Р. һәм М.Л. участковый һәм ПДН инспекторын битәрләгәндәр); “Власть вәкиленә ҡаршы көс ҡулланыу” – 1 (гр. Ш.З. УУП-ҡа ҡарата көс ҡулланған) һәм “Вазифалы кешеләргә ришәүәт биреү” – 1 факт (гр. Б.С. ДПС инспекторына ришәүәт бирергә маташҡан). 1 кеше талау факты – гр. Х.В. асыҡ рәүештә гр. К-нан аҡса урлаған. Кеше транспортын урлау – 1, гр. М.А гр. Б.Р-ның автомобилен ҡыуып алып киткән.
Юл патруле хеҙмәттәре тарафынан водителдәрҙең эскән килеш икенсегә транспорт менән идара итеү осрағы буйынса (ст.264.1 УК РФ) 16 материал башҡарылған. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер водителдәр (гр. Я.Н., М.А., С.Ф., А.Р.) был статья буйынса ике тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Мутлашыу даирәһендә енәйәттәр бөгөнгә көндә актуаль булып ҡала. Телефон бәйләнеше, интернет, шулай уҡ енәйәтсе зыян күреүсенең ышанысына инеп, теге йәки был хеҙмәт күрһәтәм тип, уҙған йылда 6 аҡса урлау факты ҡылынған. Алдауҙарға ышанып, граждандар ят номерҙарға аҡса күсерәләр. Мәҫәлән, гр. Т.А. – 18 000 һум, гр. Г. – 80 000 һум, гр. Х.А. 9135 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
ПДН-да иҫәптә 7 бәлиғ булмаған бала, 12 имен булмаған ата-әсә тора, улар менән системалы эш алып барыла. Төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар – 721 булған: йәмәғәт урынында иҫерек килеш йөрөү (321), ваҡ хулиганлыҡ (45), ваҡ урлашыу (32), йәмәғәт урынында спиртлы эсемлектәр эсеү (15), бәлиғ булмағанға тейешенсә тәрбиә бирмәү (84), бәлиғ булмағанды эсеүгә йәлеп итеү (10), администртив штраф түләмәгән өсөн (40), полиция хеҙмәткәрҙәрен тыңламау (19), административ күҙәтеүҙе боҙоу (79), туҡмаған өсөн 16 граждан йәлеп ителгән, махсус хеҙмәттәрҙе ялған саҡырыу – 2.
Биләмәлә 24 законһыҙ алкоголь продукцияһы һатыу факты асыҡланған. “Физик шәхестәрҙең законһыҙ алкоголь продукты һатыу” статьяһы буйынса 18 гражданға төрлө суммала штрафтар һалынған. Өс шәхси эшҡыуарға, бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатҡан өсөн, протокол төҙөлөп, төрлө күләмдә – 30 000-дән 50 000 һумға тиклем, штраф билдәләнгән.
Биләмәлә профилактик саралар уҙғарылып тороуға ҡарамаҫтан, эскелек менән мауыҡҡан, балаларына тейешенсә тәрбиә бирмәгән ата-әсәләр менән эштәр киҫкен тора. Әлеге ваҡытта биләмә территорияһында 49 шартлы рәүештә хөкөм ителгән, 24 ғаилә янъялсыһы, 13 хроник алкоголизм менән сирле, 2 алдан хөкөм ителеп, әле формаль рәүештә административ күҙәтеүгә эләккән, 8 административ күҙәтеү аҫтында торған граждан йәшәй. Бынан тыш ике “притон” бар – енәйәттәрҙең күбеһе шунда ҡылына, әлбиттә, бөтә бәләнең башы – эскелектән килә.
Байрас Байғазин улы уларға хеҙмәттәшлек күрһәткән дружинниктарҙың эштәрен маҡтап китте, ауыл биләмәһе башлығына, ойошма-учреждениелар етәкселәренә халыҡ дружинаһы ағзаларын хуплап, уларҙың эшмәкәрлектәрен дәртләндереү яғын ҡарарға саҡырҙы.
ФОТО Элиза Байгилдинаныҡы.