Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2020, 12:00

Халыҡ илсеһе

21 апрель – Урындағы үҙидара көнөАуыл ерлегендә халыҡтың йәшәйеше күп осраҡта улар һайлап ҡуйған депутат – халыҡ илсеһе эшмәкәрлегенә бәйле. Көтөү мәсьәләһе булһынмы, мал иҫәбен алыумы, йә иһә халыҡтың фекерен район етәкселегенә еткереүме – бында депутаттың һөйләшә белеүенән, уның ниндәй илсе булыуынан тора. Был йәһәттән самаҙылар депутаттарынан уңған, тип әйтергә була. Инде дүртенсегә Абзан ауыл биләмәһенең 9-сы округы депутаты итеп һайлап ҡуйылған Санъяр Иҙелбай улы Дәүләтбаев улар өсөн тырышып, йүгереп йөрөй.- Халыҡ һайлаған икән, тимәк, улар ышаныс белдерә. Шуға мин дә ауылдаштарымдың ышанысын аҡларға, халыҡ менән берлектә эш алып барырға бурыслымын тип уйлайым. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе Фәнисә Йылҡыбаева), ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы (етәксеһе Мәүлиҙә Йылҡыбаева) менән бергә килешеп эшләйбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең һәр бер башланғысты күтәреп алған ауыл халҡына ла рәхмәтлебеҙ. Тыңлайҙар, үҙебеҙ – ауылдаштар өсөн бит бөтәһе лә, килешеп эшләйбеҙ, рәхмәт уларға! “ – был һүҙҙәрҙе Санъяр Иҙелбай улы ысын йөрәктән әйтә.Санъяр Дәүләтбаев тураһында тулы мәҡәләне сайтта һәм гәзиттә уҡығыҙ.

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
Халыҡ илсеһе
Ауыл ерлегендә халыҡтың йәшәйеше күп осраҡта улар һайлап ҡуйған депутат – халыҡ илсеһе эшмәкәрлегенә бәйле. Көтөү мәсьәләһе булһынмы, мал иҫәбен алыумы, йә иһә халыҡтың фекерен район етәкселегенә еткереүме – бында депутаттың һөйләшә белеүенән, уның ниндәй илсе булыуынан тора. Был йәһәттән самаҙылар депутаттарынан уңған, тип әйтергә була. Инде дүртенсегә Абзан ауыл биләмәһенең 9-сы округы депутаты итеп һайлап ҡуйылған Санъяр Иҙелбай улы Дәүләтбаев улар өсөн тырышып, йүгереп йөрөй.
  • Халыҡ һайлаған икән, тимәк, улар ышаныс белдерә. Шуға мин дә ауылдаштарымдың ышанысын аҡларға, халыҡ менән берлектә эш алып барырға бурыслымын тип уйлайым. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе Фәнисә Йылҡыбаева), ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы (етәксеһе Мәүлиҙә Йылҡыбаева) менән бергә килешеп эшләйбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең һәр бер башланғысты күтәреп алған ауыл халҡына ла рәхмәтлебеҙ. Тыңлайҙар, үҙебеҙ – ауылдаштар өсөн бит бөтәһе лә, килешеп эшләйбеҙ, рәхмәт уларға! “ – был һүҙҙәрҙе Санъяр Иҙелбай улы ысын йөрәктән әйтә.
  • Самаҙы ауылында әлеге ваҡытта йәшәгәндәр күпселеге хаҡлы ялдағылар, шулай ҙа оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, төрлө мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашалар. “Айгүзәл” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле менән Самаҙыла, күрше тирә-яҡ ауылдарҙа ла сығыш яһайҙар, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә лә өсөнсө йыл рәттән Гала-концертта ҡатнашҡандар.
    Былтыр Муйнаҡ ауыл биләмәһе сигенән Абзан сигенә тиклем оло юл буйын ауыл халҡы менән бергәләп ҡыйҙан таҙартҡандар.
    “Быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” планлаштырылған ине, нисек килеп сығыр инде. Беҙ булыр тип уйлайбыҙ, шуға ла йорттарҙың тирә-яғын, ихата-урамдарҙы таҙартыу, тәртипкә килтереү эштәре тора. Буш торған йорттар күп, уларҙың хужалары, йә иһә баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәһенең йортон балалары тәрбиәләргә бурыслы, уларға ла хәбәр итәбеҙ. Йыл да майҙың бер-икеләрендә мәңгелек йорт – зыяратты, һәр кем үҙенең туғандарының ҡәберлеген таҙарта, буяй. Был инде йолаға индерелгән. Риза булып ятһындар”, – Санъяр ағай ауыл мәшәҡәттәрен үҙенеке кеүек итеп, ихласлап һөйләй. Эйе, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын үткән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр инде.
    Ун йыллыҡ мәктәпте бөткәс, Санъяр Дәүләтбай улы ике йыл Сураш, Үрнәк, Малай Муйнаҡ ауылдарында уҡыусыларға белем бирә. Уға кесе йәштәге балалар менән эшләү оҡшап ҡала, һәм Салауат педагогия училищеһына уҡырға инеп, уны тамамлап, дипломлы белгес булып туған мәктәбенә эшкә ҡайта. “Коллектив көслө булды, килешеп эшләнек, күп нәмәгә өйрәттеләр колегаларым, – ул профкомда ла тора: етәкләй ҙә, ойоштороусы ла була. – Маҡтап ебәрәләр ҙә, эшләйем. Йәш кешегә күп кәркме ни?! Мәктәп депутат итеп күрһәткәйне, шунан башланды минең депутат эшмәкәрлегем. Ике саҡырылыш эшләнем, унан ял иткәс, ауыл халҡы тағы ике саҡырылышҡа һайланы”.
    “Декабрҙә ауылда сход үткәреп, халыҡ менән кәңәшләшеп, үҙәк урамға асфальт түшәү, ауыл мәҙәниәт йортона газ үткәреү, мобиль бәйләнеште яҡшыртыу кәрәклеге тураһында мәсьәләләр буйынса район башлығы Дәмин Юлановҡа мөрәжәғәт менән барҙыҡ, ауыл старостаһы Илдар Ҡылысбаев, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Мәүлиҙә Йылҡыбаева менән бергәләп. Бик ҡыуанып сыҡтыҡ Дәмин Марат улынан. Ул беҙҙең һорауҙарҙың ыңғай хәл ителәсәген әйтте. Беҙ ҡыуанып ҡайтып, урамды үлсәнек, беҙҙән һуң килеп тә үлсәнеләр. Май айында Кооператив урамында эш башланасаҡ. Тағы ла район буйынса ойошторолған шишмәләрҙең тирә-яғын төҙөкләндереү бәйгеһендә ҡатнашасаҡбыҙ. Беҙҙең Самаҙы шишмәләргә бай бит инде, хәл итербеҙ, ҡайһыныһын тәҡдим итергә” – ауыл депутатының пландары ҙур.
    Ҡатыны Гөлйемеш Йосоп ҡыҙы ла уға ярҙам итеп, һәр эшендә терәк булып тора. Мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләгән ул. Ике малайға ғүмер биргәндәр: олоһо Илшат, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәнгә, яндарында, , Динарҙары Өфөлә йәшәй. Өйләнгән, ике бала атаһы. Һатыусы-консультант булып эшләй, килендәре декрет ялында.
    “Уңғанһығыҙ депутатығыҙҙан!” тип әйтәбеҙ самаҙыларға. Бергә-бергә шулай килешеп эшләргә яҙһын!
    Айгөл Ҡылысбаева. Фото шәхси архивтан.
    Читайте нас: