-14 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2020, 11:30
Кешеләргә иң яҡын власть
21 апрель – Урындағы үҙидара көнөХөрмәтле ейәнсуралар, ҡәҙерле коллегалар! 21 апрелдә илебеҙҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә.Муниципаль власть – кешеләргә иң яҡын кимәл, граждандарҙың тормош сифатына туранан-тура йоғонтоһо булған көнүҙәк мәсьәләләр шунда хәл ителә, тораҡ пункттар йәшәйеше тәьмин ителә, «Урындағы үҙидара тураһында»ғы законда билдәләнгән вәкәләттәр тормошҡа ашырыла.Был байрам муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе генә берләштермәй, ул тыуған еренен киләсәге өсөн янып йәшәгән һәр кемден – ауыл старосталарының, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының, райондың ижтимағи тормошонда алғы һыҙыҡта барған әүҙем йәмәғәтселәребеҙҙең байрамы.Граждандар йәмғиәте менән конструктив диалог, үҙ-ара аңлашыу киләсәктә лә муниципалитеттар эшмәкәрлеген билдәләр һәм дөйөм бурыстарыбыҙҙы хәл итеүгә йүнәлтелер, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙең бурыс – районыбыҙҙы йәшәү, эшләү һәм ял итеү өсөн уңайлы итеү.Үҙемдең коллегаларымды – муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын, яҙмышын был власть кимәле менән бәйләгән һәр кемде Урындағы үҙидара көнө уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, эшегеҙҙә һәм бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.
21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
Хөрмәтле ейәнсуралар, ҡәҙерле коллегалар! 21 апрелдә илебеҙҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә.
Муниципаль власть – кешеләргә иң яҡын кимәл, граждандарҙың тормош сифатына туранан-тура йоғонтоһо булған көнүҙәк мәсьәләләр шунда хәл ителә, тораҡ пункттар йәшәйеше тәьмин ителә, «Урындағы үҙидара тураһында»ғы законда билдәләнгән вәкәләттәр тормошҡа ашырыла.
Был байрам муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе генә берләштермәй, ул тыуған еренен киләсәге өсөн янып йәшәгән һәр кемден – ауыл старосталарының, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының, райондың ижтимағи тормошонда алғы һыҙыҡта барған әүҙем йәмәғәтселәребеҙҙең байрамы.
Граждандар йәмғиәте менән конструктив диалог, үҙ-ара аңлашыу киләсәктә лә муниципалитеттар эшмәкәрлеген билдәләр һәм дөйөм бурыстарыбыҙҙы хәл итеүгә йүнәлтелер, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙең бурыс – районыбыҙҙы йәшәү, эшләү һәм ял итеү өсөн уңайлы итеү.
Үҙемдең коллегаларымды – муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын, яҙмышын был власть кимәле менән бәйләгән һәр кемде Урындағы үҙидара көнө уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, эшегеҙҙә һәм бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: