“Әйҙәгеҙ, бергәләп йәшәгән еребеҙҙе йыйыштырайыҡ. Ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ таҙа булырға тейеш. Шуға ла өмәләр үткәреүҙе тергеҙергә, был эшкә етди рәүештә тотонорға хәл иттек. Элек өмәләргә халыҡ яҡшы кәйеф менән сыҡҡан, беҙ ошо матур традицияны тергеҙәбеҙ. Кешеләр дәртләнеп эшләргә тейеш. Бының өсөн экологик сараны матур итеп ойошторорға кәрәк. Йәмәғәт урындарында йыр-моң яңғырап торорға, халыҡҡа байрамса кәйеф өҫтәргә тейеш” – шундай саҡырыу ташлағайны былтыр республика етәксеһе Радий Хәбиров.
2020 – Башҡортостанда Халыҡ йәшәгән урындарҙың эстетикаһы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу йылы сиктәрендә быйыл да өмәләр дауам итә. Тик башҡа йылдағынан айырмалы, кеше һаны сикле һәм битлек кейеп. Сәбәбе – әлеге лә баяғы, тажлы зәхмәт. “Таҙа йома” сиктәрендә 15 майҙа ла район үҙәгендә һәм күп кенә ауылдарҙа өмәләр гөрләне. Йәшәйешебеҙ сығанағы тәбиғәт өсөн экологик өмәләрҙең мөһимлеген аңлап, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Эйек туғайын, яр буйҙарын ҡыйҙан таҙартһа, китапханасылар үҙ территорияһын төҙөкләндерҙе, сәскәләр ултыртты. Район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ошондай уҡ эш менән мәшғүл булды. Һәр учреждение-ойошмаларҙы һанап тормайынса, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең дә был эштән ситтә ҡалмауын әйтеп үтке килә. Геологтар урамы, 13-сө һанлы йортта йәшәүселәр – быға миҫал. Улар бөтәһе бер булып – олоһо ла, кесеһе лә – йорттарының тирә-яғын йыйыштырырға, һеперергә сыҡҡайны.