Аҡҡондоҙ ауылында Һүрәм ауыл хакимиәте ярҙамы һәм депутат Фәнил Әмирхановтың тырышлығы менән балалар майҙансығы булдырылғайны. Хәҙер уны кәртәләп алыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Ауылдың ир-егеттәре кәңәшләшеп, урманға барып бағаналар һәм башҡа кәрәк ағастар әҙерләү өсөн өмә көнөн билдәләнеләр. Әйтелгән көнгә егеттәр килеп тә етте. Улар: Хәләф Әйҙәпкилев, Мәүлит Хоҙабәндин, Илдар Абзанов, Илфат Кинйәбулатов, Ғаяз Ғарифуллин. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән мәҡәлгә тоғро ҡалып, бер көн эсендә кәрәкле материалды әҙерләп, килтереп тә ҡуйҙылар. Был эштә бигрәк тә Хәләф Әйҙәпкилов әүҙемлек күрһәтте, ул әҙерләнгән ағастарҙы үҙ тракторында ташып та торҙо.
Майҙанды кәртәләгәндә тағы ла Рафиҡ, Фәнил Әмирхановтар килеп ҡушылды.
Эш эшләнде, инде буяу эштәре ҡалды. Ауыл хакимиәте буяуҙар менән ярҙам итте, ә ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары был эште лә урынына еткереп эшләп ҡуйҙылар. Көҙөн майҙансыҡта ҡайын, миләш ағастары ултырттылар. Хәҙер улар ауылға йәм биреп япраҡ ярып ултыра. Майҙансыҡтан балалар өҙөлмәй, улар төрлө уйындар уйнайҙар: кемдәрҙер волейбол уйнай, футбол тибә, кемдәрҙер шыуғалаҡтан шыуа, ҡомда уйнай.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына обелискыны төҙөкләндерергә кәрәк ине. Был мәсьәләне хәл итеү эшкә Мәүлит Хоҙабәндин, старостабыҙ Зөфәр Юлтимеров, депутат Гөлсәсәк Ғүмәрова тотондолар.
Билдәләнгән көнгә ауылдаштарыбыҙ дәррәү өмәгә сыҡтылар. Ир-егеттәр обелискыны кәртәләп алды, ә ҡатын-ҡыҙҙар буяп та ҡуйҙы. Буяусылар: Рәсимә Әминева, Гөлсәсәк Ғүмәрова, Рауза Әмирханова, Рәмилә Ғарифуллина, Әлфиә Хоҙабәндина. Кәрәкле материалдар менән район һәм Һүрәм хакимиәте ярҙам итте. Шуныһы үкенесле: финанс ярҙамы булмау сәбәпле, исемлекте яңырта алманыҡ.
9 Май – Бөйөк Еңеү көнө, обелиск янында бәләкәй генә митинг үткәрелде. Унда һуғышта ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Ҡатнаштылар: Һүрәм ауыл хакимиәте башлығы М.З. Шәрипов, район советы депутаты И.Р. Дәминев, ветерандар советы рәйесе Ф.Ғ. Абдрахманов, берҙән-бер тыл ветераны Рәхимә Хәмиҙулла ҡыҙы Татарбаева. Был тантананы ауылыбыҙҙың “Аҡ йондоҙ” ансамбле матур йыр менән биҙәне.
Байрамдар булып торһон, эштәр эшләнеп торһон, беҙҙең әле алда эшләнәсәк ҙур эштәр тора, зыяратты уратып кәртәләү һәм юл буйын кәртәләү һәм башҡа эштәр.
Бөтә был эштәрҙе башлап йөрөүсе – Мәүлит Хоҙабандин. Ул ошо ауылда тыуып-үҫеп, күрше ҡыҙы Әлфиә Юлтимероваға өйләнеп, оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп-йәшәнеләр. Хаҡлы ялға сығып, ауылға ҡайтҡас, матур итеп ҙур өй һалып сыҡтылар. Йәйен – ауылда, ҡышын Иҫәнғолда йәшәйҙәр, сәбәбе: ошо көнгә тиклем ауыл өйҙәренә газ индерелмәгән. Шуға ла йәштәр ауылда ҡалмай, ҡайтырға теләгәндәре ҡайта алмай. Ауыл халҡы ауылдың бөтөүен түгел, ә үҫеүен теләй, бының өсөн эш урындары булыу мөһим. Мәүлиттең артабан да бөтә эштәрендә башлап йөрөүсе, әүҙем булыуын теләге килә.