Әбүлис ауылы яғынан Үтәғол ауыл биләмәһенә ингән ерҙәге стела яңыртылып ҡуйылды. Стеланы иретеп-йәбештереүҙе сығышы менән Үтәғолдан булған, әле Ырымбурҙа йәшәгән Фәрит ағай Фазлыев үҙ өҫтөнә алһа, Иҙел Йәнбулатов, Фаил Ҡолсурин, Ғәлиәс Вәлиев һәм Сабит Фазлыев урынлаштырып, ҡуйыу, буяу эштәрен башҡарҙылар.
Шулай уҡ Үтәғолға Сабатар яғынан ингән ерҙә ауыл исеме яҙылған емерелеп ята ине, ул да яңыртылды. Уны төҙөкләндереүҙе лә үрҙәге һанап кителгән ағайҙар атҡарып сыҡты, шулай уҡ уларға Азамат Дәүләтбәков та ҡушылды. Афарин!