Түбәнге Мәмбәтша ауылы, халыҡ телендә – Таулыҡай, сағыштырмаса бәләкәй ауыл, хәҙерге ваҡытта 30 өйҙөң 20-һендә генә кеше йәшәй. Цивилизация уңайлығы – газ үткәрелгән һигеҙ йорт буш тора. Халҡы пенсия йәшендәләр, бик матур өйҙәрҙә бынамын итеп йәшәп яталар.
Ауыл халҡы, үткән йыл кәңәшләшеп, үҙ инициативаһы менән, мәңгелек йорт – зыяраттың ҡасанан бирле эсте бошороп, емерелеп торған артҡы яғын кәртәләү өсөн йорт башына 500 һумдан аҡса йыйып, ул аҡсаға урманға, диләнкәгә билет алған. Биләмә башлығы Самат Ҡансурин етәкселегендә “пожарка” егеттәре, силсәүит һәм башлыҡтың тракторында ағас алып ҡайтҡандар. Ә быйыл был ағастарҙы бысып, кәртәләүҙәр әҙерләгәндәр. Әйтергә кәрәк, бысыу, ҡырҡыу эштәре Самат Зыят улының шәхси пилорамаһында башҡарылған. 6 һәм 14 июндә ауыл халҡы, сельсовет етәкселеге, ҡырҙан ҡайтҡандар ҙа булған, зыяраттың артҡы яғын кәртәләүҙе ойошторғандар. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, бик изге эште башҡарып сыҡҡан таулыҡайҙар һәм биләмә етәкселеге. Әруахтар риза булып ятһын!
Әлеге ваҡытта, байтаҡ ҡына һыу запасы йыйылып, тәрәнлеге дүрт метрға еткән Игенбар быуаһына (быуа беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов етәкләгән “Урал” хәйриә фонды тарафынан бүленгән аҡсаға эшләнелде), һаҡсыллыҡ, халыҡты иҫкәртеү маҡсатында “Һыу инергә ярамай!” тигән алтаҡта эшләү өҫтөндә янып йөрөй Самат Зыят улы.