Ауыл старостаһы революцияға тиклемге Рәсәйҙә лә булған һәм властың иң түбән баҫҡысы тип һаналған. Бер нисә быуат үткәндән һуң староста институты ҡабаттан тергеҙелә.
Таҙлар ауылы старостаһы эшен бер нисә йыл рәттән Юлай Әхмәткирәй улы Ҡолмөхәмәтов алып бара. Уның бөтә ғүмере тыуған ауылы менән бәйле: шунда тыуып үҫкән, белем алған, өйләнгән, мәктәпте тамамлағандан һуң трактор руле артына ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә.
Староста – ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулаған, донъяға үҙ уй-ҡарашы булған кеше, уның һүҙен халыҡ иғтибарға ала. Юлай Ҡолмөхәмәтов тап шундай сифаттарға эйә. Ул ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының уң ҡулы, сөнки ауылдаштарын берләштереп, бик күп сараларҙы ойоштороп, аҡтарып сығыуҙа әүҙем. Йәшәгән ерен таҙа һәм төҙөк тотоуҙы староста үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Иртә яҙҙан экологик өмәләр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның һүҙҙәренсә, йәшәгән урындың таҙа булыуы – матур тормош нигеҙе.
– Таҙлар ауылы старостаһы булыуы әллә ни ауыр түгел. Әммә йәш быуындың булғанды ҡәҙерләмәүе, битараф булыуы мине бик борсой, – ти ул. – Беҙ бик матур ерҙә йәшәйбеҙ: эргәлә генә урман, һыу ятҡылыҡтары, саф һауа. Йәштәрҙең тәбиғәтте бысратып, сүп-сар ташлауы күңелде ҡыра.
Бәхеткә ҡаршы, Таҙлар ауылында үҙ төбәген яратҡан ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Улар ауылды йәшелләндереү, таҙартыу эшендә әүҙем ҡатнаша.
Юлай Әхмәткирәй улы ҡатыны Гөлдәр Әһлетдин ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Фәйез Таҙларҙа төпләнһә, ҡыҙҙары Гөлгөнә Иҫәнғолда йәшәй.
– Бар шундай кешеләр, улар үҫкән ерҙәрендә “тамыр йәйә”, – ти староста. – Беҙ, Ҡолмөхәмәтовтар, тап шундайҙарҙан.