Ошо көндәрҙә ярғайыштар өсөн ҙур һөйөнөс – ауыл урамдары буйлап газ торбалары һуҙыла башланы. Яңыбай ауыл хакимиәте башлығы Фәһим Хужәхмәтов әйтеүенсә, 26 июндә уҙғарыласаҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында тәүге ике йортҡа газ индереләсәк, ә эштәр йылытыу миҙгеленә тиклем тамамланасаҡ.