Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тос өлөш индереүсе мөһим сара. Шуны күң уңында тотоп, Луч ауылы халҡы 2021 йылдың 24 декабрендә, йылға йомғаҡ яһау йыйылышында, ошо программала ҡатнашырға тигән фекергә килде. Бер нисә тәҡдимдән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға мемориаль таҡта ҡуйыу проекты күберәк тауыш йыйҙы. Хәҙерге быуын, йәштәр, балалар тыуған ере өсөн башын һалған, һуғыш яландарында ятып ҡалған ауылдаштарын һәр саҡ иҫләргә, белергә тейеш, тип иҫәпләй улар.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән ҡаһарман ауылдаштарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү – күптәнән өлгөргән мәсьәлә. Иң мөһиме, ҡуйыу кеүек өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүгә ауыл халҡы теләп риза булды. Мемориаль таҡта ауылыбыҙға йәм өҫтәүсе, ауылдаштарыбыҙҙы туплаусы, Еңеү байрамында, 23 февраль, 22 июнь көндәрендә яугир ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алыр, сәскәләр һалыр урын да булып торор, ти Луч халҡы.
Римма Мәҡсүтова.