Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2022, 10:45

БӨГӨН - УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА КӨНӨ

Хөрмәтле хакимиәттәр, муниципаль берәмектәр хеҙмәткәрҙәре, әүҙем йәмәғәтселәр, коллегалар!   Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле хакимиәттәр, муниципаль берәмектәр хеҙмәткәрҙәре, әүҙем йәмәғәтселәр, коллегалар!
 
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
 
Был байрам муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе генә түгел, ә тыуған еренең киләсәге өсөн янып йәшәгән һәр кемде – ауыл старосталарын, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын, райондың ижтимағи тормошонда алғы һыҙыҡта барған активистарҙы, йәмәғәтселәребеҙҙе лә берләштерә. Һеҙ урындарҙа емешле хеҙмәттәшлекте, конструктив һәм берҙәм эште яйға һалаһығыҙ, үҙегеҙгә ышанып тапшырылған территорияларҙа тәртип, кешеләрҙең татыулығын һәм тыныслығын тәьмин итәһегеҙ.
 
Һеҙгә райондың социаль һәм иҡтисади үҫеше, халыҡтың именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Кешеләр үҙҙәренең көндәлек проблемалары, ауырлыҡтары һәм хәстәрлектәре менән нәҡ урындағы власҡа мөрәжәғәт итә. Халыҡтың именлеге генә түгел, ә райондың, бөтөн республиканың киләсәге һеҙҙең кешеләрҙе ишетә белеүегеҙгә, проблемаларға иғтибарлы булыуығыҙға бәйле.
 

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тыуған ҡалабыҙ халҡы хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Эшегеҙ һеҙгә бары тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кенә килтерһен, ә кешеләрҙең хөрмәте һәм рәхмәт һүҙҙәре бүләк булып торһон.

Байрам менән!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: