2022-се йылдың Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителеүе Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы халҡына Ерәнсә сәсән ҡәберлеген төҙөкләндерегә этәргес булды. Быға тиклем дә был хазинаны һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә килде.
Яңы Петровка ауыл хакимиәте тарафынан Үрген йылғаһы буйында Наҙый тауы битендә урынлашҡан тарихи ҡомартҡыбыҙҙы уратып алған кәртәләүе яңыртылды, төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Әлбиттә, был эш тик хуплауға ғына лайыҡ, сөнки Ерәнсә сәсән тураһында бик күптәр белә, уның тормошо менән ҡыҙыҡһына.
Ауылдан алыҫ ҡына урынлашыуына ҡарамаҫтан, был урынға йыш ҡына экскурсиялар ойошторола. Хатта сит ил ҡунаҡтары ла булғаны бар.
Йәштәргә мәҙәни мираҫыбыҙҙы теүәл тапшырыу беҙҙең изге бурыс, улар ҙа ҡомартҡыларыбыҙҙы киләһе быуынға теүәл еткерергә тейештәр.