Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
3 Ноябрь 2022, 10:50

Яңыбайҙа төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Яңыбай халҡы былтыр йыл аҙағында үткән йыйылышта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск тирәһен төҙөкләндереү кәрәклеге тураһында һөйләшеп, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға килешкәйне. Инициатив төркөм булдырып, яңыбайҙар тиҙ арала аҡса йыйһа, ҡырҙағы яҡташтар ҙа изге эштән ситтә ҡалманы, матди ярҙам күрһәтте.

Төҙөкләндереү эштәрен эшҡыуар Риф Хәлитовтың бригадаһы башҡарҙы. Эшселәр обелиск тирәләй ҡырсынташ түшәп, 230 кв.м тротуар плиткаһы һалды. Эскәмйәләр урынлаштырғас, бағаналар ҡуйылды һәм алты яҡтыртыу фонаре барлыҡҡа килде. Обелискты хәҙер алғы яҡтан семәрләп эшләнгән ҡоймалар биҙәй. Яңыбай халҡы был эштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ике аҙнала башҡарған эшҡыуарҙың һәм бригада эшселәре Ғилфан Низамов, Максим Иванов, Фәнил Ҡолдәүләтов, Марат Ҡасимов, Рәфис Аҡбутин, Эльвир Уликанов, Алексей Бурак һәм Виталий Смолькиндың  эше менән бик ҡәнәғәт.

Ауылдаштар, мәрхәмәтле яҡташтар һәм бағымсылар ярҙамында йыйылған матди ярҙам тулыһынса үҙләштерелде. Ҡаһарман яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск төҙәкләндерелеү менән ауыл яңы һулыш алды, халыҡ өсөн матур ял урыны барлыҡҡа килде. Күмәк көс менән башҡарылған эш ихтирамға лайыҡ. Инде яңыбайҙарҙан, айырыуса балалар менән йәштәрҙән һаҡсыллыҡ талап ителә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: