Урындағы үҙидара
18 Ноября 2022, 06:45

Трушиндар буш ваҡыттарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрәсәк

Районыбыҙ биләмәләре урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнаша. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Трушиндар буш ваҡыттарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрәсәкТрушиндар буш ваҡыттарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрәсәк
Трушиндар буш ваҡыттарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрәсәк

 

Трушин ауыл халҡы ла үткән йыл аҙағында үткән йыйылышта ауыл мәҙәниәт йортона спорт инвентарҙәре алыу тураһында һүҙ ҡуйышҡайны. Ниһайәт, етерлек аҡса йыйылды һәм төрлө тренажерҙар, бильярд өҫтәле клубта үҙ урындарын алды.

Киләсәктә трушиндар спорт инвентарҙәре торған урынды айырым бүлмә итеп бүлеп ҡуйырға планлаштыра.

Ауыл халҡына буш ваҡыттарын һаулыҡтары өсөн файҙалы итеп үткәреү өсөн мөмкинлектәр булдырыла. 

Йәштәр һәм ир-егеттәр кистәрен бильярд өҫтәле янында үткәрһә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм мәктәп уҡыусылары спорт инвентарҙәренә өҫтөнлөк бирә.

Автор:Залия Байгускарова