Бөтә яңылыҡтар

Ҡола яланда - уйын майҙансығы

Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим. Был хаҡта республикала башлығы булараҡ эш башлағанда Радий Хәбиров белдерҙе. Ул шулай уҡ уңайлы, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

Был йәһәттән Ейәнсура районында ла ҙур ғына үҙгәрештәр бара. Әле тегендә, әле бында парктар төҙөкләндерелә, уйын майҙансыҡтары төҙөлә. Район үҙәге Иҫәнғолда ғына түгел, ауылдарҙа ла эштәр алға киткән.

2022 йылда Күгәрсен ауылында ҡола ялан ерҙә спорт майҙансығы төҙөлөүе быға асыҡ миҫал. Бында ололар, йәштәр өсөн дә, кескәйҙәргә лә урын етерлек. Иркенләп спорт менән шөғөлләнергә, рәхәтләнеп ял итергә лә була.

Был бер миллион ярым һумға төшкән спорт майҙансығын подрядсы Өфөнөң «ГрандТрейдОйл» ЯСЙ-һы төҙөгән. 400 кв м майҙанды биләгән майҙансыҡ тимер ҡойма менән кәртәләнгән, уның периметры буйынса бордюрҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Спорт ҡорамалдарынан күләгәле япмала 10  тренажер бар, шулай уҡ ял итер өсөн эскәмйәләрҙә  урынлаштырылған. Майҙансыҡ  "Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: