Халҡыбыҙҙы туплауҙа, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың әһәмиәте ҙур. Республикала иң әүҙем эшләгән ҡоролтайҙарҙың береһе булараҡ, Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы һуңғы йылдарҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?
Билдәле булыуынса, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Һәр биш йыл һайын ойошторолған йыйында милләтебеҙҙе борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып тикшереләсәк. Ҡоролтайҙа республика, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән милләттәштәр ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәйҙең 34 төбәгенән – 171, сит илдәрҙән 12 илдән 38 делегат килеүе көтөлә. Улар башлыса – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемдәре. Унда Ейәнсуранан да делегация ҡатнашасаҡ.
Ошо мөһим ваҡиға алдынан Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы эше тураһында башҡарма комитет рәйесе Байрас Ҡансурин менән һөйләштек.
– Байрас Фәтих улы, урындағы ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
– Мин район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын туғыҙ йыл башҡарам, шуға ла VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һуңғы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар тормошҡа ашырыла тип әйтә алам. Мәҫәлән, беҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә, Ғаилә йылы сиктәрендә ғаилә институтын нығытыуға бәйле бик күп сараларҙа ҡатнаштыҡ.
Дөйөм алғанда, башҡарма комитет активистары һәм йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, улар ҡоролтай янында төрлө йүнәлештәрҙә уңышлы эш алып бара. Ҡоролтайҙың маҡсаты – башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен һәм милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу, бәҫле һәм көнүҙәк проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Шуға бәйле, беҙ һәр саҡ яңынан-яңы идеялар эҙләйбеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Киләсәккә булған пландарҙа йәштәрҙе милли мәҙәниәт менән нығыраҡ таныштырыу һәм башҡорт йолаларын пропагандалау мөһим урын алып тора. Ғаилә институтын нығытыуға, балалар тәрбиәләүгә, тел үҫешенә йүнәлтелгән саралар үткәреү – ошо маҡсаттағы эштәребеҙҙең бер өлөшө.
– Айырыуса сағыу, әһәмиәтле ниндәй ваҡиғалар һәм ҡаҙаныштарҙы билдәләп үтерһегеҙ?
– Район ҡоролтайы ҡатнашлығында уҙған саралар район гәзите биттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә киң яҡтыртыла. Был йәһәттән “Ейәнсура таңдары” беҙҙең менән эшмәкәрлек итергә һәр ваҡыт әҙер. Ә иң әһәмиәтлеләренә туҡталғанда, августа Күгәрсен районында уҙғарылған “Ҡыпсаҡ йыйыны”на беҙҙең районда йәшәгән ҡыпсаҡ вәкилдәре барҙы. Унда шулай уҡ Башҡортостандың 20-гә яҡын районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты. Ултырыштарҙа халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте һәм социаль хәле буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Спорт ярыштары, концерт булды. Был сара башҡорт ырыуҙарының тарихын өйрәнеүгә, шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеүгә, рухи мираҫты киләһе быуындарға тапшырыуға айырым иғтибар бирелеүе тураһында һөйләй.
Республикала популярлыҡ яулаған сараларҙың береһе –“Айыҡ ауыл” да Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезындағы ҡарарҙарҙың береһендә сағылдырыла. Был конкурс ҙур масштабҡа эйә, унда ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны йылдан-йыл арта. Шуға күрә етәкселек приз фондын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ейәнсура районында “Айыҡ ауыл” бәйгеһен үткәреүҙә барыһы ла: йәштәр, спорт хәрәкәттәре, “Ағинәйҙәр” клубы, аҡһаҡалдар һәм ирҙәр ҡоро һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша.
Быйыл конкурстың муниципаль этабында райондан 15 ауыл ҡатнашты.
– Мәҙәни өлкәлә, шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарыла?
– Район мәктәптәре, мәҙәниәт усаҡтары, ауыл китапханалары беҙҙең ҡоролтай ҡатнашлығында үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай. Хатта беҙҙең эштәр тап шулар ярҙамында, фольклор ансамблдәр, төрлө клуб-түңәрәктәргә таянып ойошторола тиеү дөрөҫөрәк булыр. Уларға ҙур рәхмәт!
– Район ҡоролтайының ата-әсәләр менән бергә алып барған эшмәкәрлегенә туҡталғанда.
– 2023 йылдың август айынан тыуған телдәрҙе үҫтереү маҡсатында Башҡортостандың мәғариф министырлығы тарафынан республика ата-әсәләр комитеты булдырылды. Унда беҙҙең райондан Нургөл Урал ҡыҙы Йәркәева ағза итеп һайланды. Ул республика, зона кимәлендә уҙғарылған кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, район мәғәрифы бүлеге менән берлектә мәктәптәрҙә әүҙем эш башланы.
– Моғайын, проблемалар ҙа юҡ түгелдер...
– Эйе, үкенескә күрә, проблемалар бар. Беҙҙе бигерәк тә балаларға туған телде өйрәтеү мәсьәләһе борсой. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаһының балалар баҡсаһында йәки 1-се класҡа барғанында туған телде өйрәнеүҙе һайлауын хуп күрмәй. Ысынында иһә башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙән мәктәптә бер класс тупларлыҡ булһа, ата-әсәләр мәктәп директоры исеменә ғариза яҙып шундай класс булдырыуҙарын талап итә ала. Ғөмүмән, туған телдең бәҫен төшөрмәү, өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өндәү – ата-әсәләрҙең һәм башҡорт теле уҡытыусыларының ғына түгел, ә барыбыҙҙың да уртаҡ бурыс.