Шуға күрә ауылдарҙың яҙмышы, халыҡтың мөрәжәғәттәрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү – биләмә башлығы иңендә. Һыу, юл, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплектәрҙе тәртиптә тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә уларға йөкмәтелгән. Ошондай эштәрҙе иңенә алып, тигеҙ күтәргән Хөрмәтулла Әбделмән улы Ҡотошов – был яуаплы эштә иң оҙаҡ ваҡыт эшләгән биләмә башлығы. Быйыл уның Әбүләйес ауыл биләмәһен етәкләүенә 25 йыл тула.
Ойоштороу һәләте бала саҡтан
Хөрмәтулла Ҡотошов 1961 йылда Өмбәт ауылында ата-әсәһе Әбделмән Сәлмән улы һәм Фәриҙә Кинйәғәле ҡыҙы өсөн Яңы йыл бүләге булып донъяға килә. Ишле ғаиләлә алты малай һәм бер ҡыҙ бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Хөрмәтулла ағай ҙа үҫмер сағынан каникул осоронда колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Тиҫтерҙәре уны тыңлап, ҡуша эшкә йөрөйҙәр. Айырыуса бесән осоронда ул етәкләгән бригаданың ярҙамы бик ярап ҡала. Тимәк, тиҫтерҙәре араһында абруйлы үҫмерҙең ойоштороу һәләттәре шул осорҙа уҡ асыла.
– Йәй буйы колхоз эштәрендә йөрөп, үҙебеҙгә мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым алыр өсөн яҡшы ғына аҡса эшләй инек. Эш боҙоп йөрөргә ваҡыт булманы. Арып ҡайтһаҡ та, кистәрен уйынға сыға инек, – тип хәтерләй ул мәктәп йылдарын. – Әсәйем мәрхүмә яҡшы уҡыуымды күреп, ауылда ҡалмаҫҡа өгөтләне. «Уҡып ҙур кеше булырға тейешһең», – ти торғайны.
Әсәһенең һүҙен тотоп, уҡыуын Маяҡ ҡасабаһындағы интернат-мәктәптә дауам итә. Бында ла һынатмай. Интернатта староста була. Концерттар, саралар ойоштороу булһынмы, комсомол отряды, Тимур командаһы менән төрлө эштәр башҡарыу тиһеңме – барыһы ла ҡулынан килә. Класс етәксеһе Зәриә Фәхри ҡыҙы Нуриева егеттең теүәл фәндәргә һәләтен күреп, институттың физика-математика факультетына барырға өгөтләй. Әммә үҙен бәләкәйҙән хәрби итеп күргән Хөрмәтулла Ҡотошов хәрби училищеға уҡырға инергә әҙерләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыуы яҡшы булыуына ҡарамаҫтан, курсант булып китә алмай ул. Күҙҙәре арҡаһында медицина комиссияһын үтә алмай. Шуға ла остазының тәҡдиме буйынса физика-математика йүнәлеше буйынса уҡырға инергә ҡарар итә.
Күңелле студент йылдары
Стәрлетамаҡ педагогия институтында үткән студент йылдарын айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала Хөрмәтулла Әбделмән улы. Интернатта тәрбиәләнеүҙең файҙаһы – институттың дөйөм ятағына урынлашҡас та йәштәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таба. Көнө буйы дәрестәр. Ә кистәрен спортҡа бағышлай. Хатта командалары менән спорт ориентирлауы буйынса ярышта СССР-ҙың юғары уҡыу йорттары студенттары араһында беренсе урын яулайҙар. Хөрмәтулла ағай был төрҙән спорт мастерлығына кандидат та.
Биш йыл «һә» тигәнсе үтеп тә китә. Спорт буйынса һәләтле йәш уҡытыусыны Балалар спорт мәктәбенә эшкә саҡыралар. Ләкин йәш белгес тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Уға райондағы Аҡбирҙе мәктәбенә йүнәлтмә бирәләр. Артабан Арсен мәктәбенә күсерәләр.
Уҡытыусынан – биләмә башлығына
Һаҡмарҙа бер йыл эшләгәс, Малиновка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш, дәртле, һүҙе үтемле уҡытыусыны уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик тиҙ үҙ итә. Ә биш йылдан, 1990 йылда, Әбүләйес ауыл советына рәйес итеп ҡуялар. Был эшендә лә һынатмай, әммә мәктәпте, коллективты һағына. Өс йылдан йәнә мәктәпкә эшкә күсә. Уҡытыусы, артабан завуч, унан директор була.
1993 йылда төҙөлгән Малиновка мәктәбендә күрше Бужан, Әбүләйес ауылдарынан балалар уҡый. Интернатта йәшәгән уҡыусыларҙың буш ваҡыттары файҙалы үтһен өсөн малайҙарға бура бурарға, ағас менән эш итергә өйрәтәләр. Ә ҡыҙҙар бәйләү, тегеү, аш-һыу серҙәренә төшөнә. Хатта мәктәптә теген цехы асалар. Ә ихатала йылҡы, сусҡалар аҫырайҙар. Мәктәп баҡсаһы булдыралар.
«Берҙәмбеҙ, бергәбеҙ, шуға ла эштәр көйлө»
Хөрмәтулла Әбделмән улы 2000 йылдан башлап йәнә тынғыһыҙ һәм яуаплы булған биләмә башлығы йөгөн тарта.
– Мәктәптә бергә эшләгән уҡытыусылар хәҙер хаҡлы ялда. Тик улар әле лә әүҙемлектәрен юғалтмай. Улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар менән бергә әле булһа ауыл тормошоноң үҙәгендә ҡайнап йәшәй, – ти башлыҡ, әүҙемдәргә рәхмәтле булып.
Ҡасандыр «Һаҡмар» совхозының 2-се фермаһы булған, 1990 йылдан алып Әбүләйес ауыл советы булып айырылған биләмә – район буйынса иң бәләкәйе. Уға ингән Бужан, Әбүләйес һәм Малиновка ауылдарында 562 кеше теркәлгән. Күбеһе башҡорттар. Рус, татар, үзбәктәр ҙә бар. Төрлө милләт бер бөтөн булып, татыу йәшәй.
Малиновкала хәҙер башланғыс мәктәп кенә эшләй. Бынан тыш ФАП, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Әбүләйестә лә мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй. Үткән йыл өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Әйткәндәй, әбүләйестәр әйтеүенсә, унда яҡтылыҡ, һыу үткәреү, бинаның тирә-яғын тәртипкә килтереп кәртәләү кеүек эштәрҙе тиҙ арала атҡарыуҙы башлыҡ ойошторған.
– Халыҡ менән эшләү оҡшай. Маҡсатыбыҙ ҙа ауыл өсөн изге эштәр башҡарыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу бит, – ти Хөрмәтулла Әбделмән улы. – Ҡыҙғаныс, йәштәр ауылда ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта хаҡлы ялға сығып, тыуған яҡҡа йәшәргә ҡайтыусылар бар.
Районда үткән бер конкурстан да ситтә ҡалмай әбүләйестәр: шишмәләр төҙөкләндерә, һабантуйҙа ҡатнаша, шәжәрә байрамдары үткәрә, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнаша. Былтыр «Ҡорама байрамы» бренд сараһын да юғары кимәлдә уҙғарҙылар. Ғөмүмән, барлыҡ саралар ҙа матур һәм ойошҡан үтә. «Берҙәмбеҙ һәм бергәбеҙ, шуға ла эштәр көйлө», – ти башлыҡ.
Пландары ла бихисап: әле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнәләр. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәреү, Малиновка мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләү күҙаллана.
Биләмәлә спортзал булмаһа ла, спортҡа иғтибар ҙур. Әбүләйестәр спартакиадаларҙан, төрлө ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Биләмәнең волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ике йыл рәттән, республика кимәлендә ярышҡан Иҫәнғол командаһынан ғына еңелеп, икенсе урын яулай. Хөрмәтулла Әбделмән улы команданы төрлө яҡлап күтәрмәләп тора. Күнекмәгә күрше ауылдарға йөрөтөп, уйнау мөмкинлеге булдырған. Ҡыҙҙарға махсус форма ла алғандар.
Хөрмәтулла Әбделмән улы үҙ дәүерендә бергә эшләгән Зөлфиә Мусина, Рәйсә Бикбулатова һәм Нина Шимкиналарҙы оло хөрмәт менән телгә ала. Бөгөн эштәр менән идара итеүсе Гөлнур Һайранова, администраторҙар Гөлназ Чекмарева менән Рәмилә Ағурҙина – уның төп ярҙамсылары. Депутаттар Гөлнара Мусина, Фәррәх Бикбаев, Бужандан Юлай һәм Харис Мәзитовтар, Малиновканан Светлана Кайдалова күмәк эштәрҙә башлыҡтың төп ярҙамсылары булһа, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро кеүек йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем.
Эше тураһында һөйләһә лә биләмә башлығының һүҙе күберәк ауылдаштары хаҡында. Ысынлап та, ауыл халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт булдырылмаһа, оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләү икеле. Кешеләрҙе тыңлата, эшләтә белергә лә, үҙең ҡуша эшләргә лә кәрәк шул.
«Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә эшләгән эшен һанайҙар», тип йырланғанса, Хөрмәтулла Әбделмән улының да халыҡ мәнфәғәттәрендә башҡарылған эштәре һанап бөткөһөҙ. 2023 йылда Башҡоротостан Республикаһының «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүе лә, биләмә халҡының: «Башлыҡтан уңдыҡ!» – тиүе лә ошо һүҙҙәргә дәлил.
Автор фотоһы.