Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Апрель 2025, 11:13

“Депутатлыҡ миңә мираҫ итеп тапшырылды”

Ауыл советы депутаты – ауылдың йәмәғәт тормошо барометры. Ул “халыҡ – урындағы власть” сылбырында бәйләүсе звено булып тора. Депутаттар көндәлек эшендә үҙҙәренең туранан-тура бурыстарына инмәгән күп нәмәләр эшләй, сөнки улар өсөн иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү, теләктәшлек. Яңы Себенле ауыл советының Новониколаевка, Вәлиша ауылдары ҡараған 1-се округы депутаты Лена Сабирова өсөн был эш йәшәү рәүешенә әйләнгән. Новониколаевкала тыуып, ошонда төпләнгән, әле Ташлы мәктәп-интернатында ашнаҡсы булып эшләгән Лена Ринат ҡыҙы депутат посында 2023 йылдың сентябренән. Әйткәндәй, уның атаһы ла оҙаҡ йылдар ауыл советы депутаты йөгөн тартҡан.

“Депутатлыҡ миңә мираҫ итеп тапшырылды”
“Депутатлыҡ миңә мираҫ итеп тапшырылды”

– Атайым миңә депутатлыҡты мираҫ итеп тапшырған, – тип көлә Лена. – Ул кәңәштәрен биреп, закондар тураһында һөйләп тора. Бер нимә белмәһәм – уға шылтыратам. Статьялап барыһын да аңлата. Китаптар уҡый, телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап бара. Ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер.

Халыҡты тыңлап, атаһының кәңәштәрен тотоп, эш башлай. Ауыл халҡын ойоштора, күмәк эштәрҙе башлап йөрөй. Әле Вәлишә ауылындағы ҡаралмай торған мәсетте халыҡ менән йыйыштырып, рәткә килтерәләр. Былтыр манараһын тимер менән япҡандар. Төшөп барған түшәмен ире менән яңыртып эшләгәндәр.

– Быйыл мәсетте яңынан рәсмиләштерәбеҙ, Себенле мәсетенең филиалы буласаҡ, – ти депутат.

Ауылда мулла юҡ, шуға мәсеттең документ эштәрен, уны тәртиптә тотоуҙы Лена Ринат ҡыҙы үҙ өҫтөнә алған. Мал көтөү сиратын да староста Татьяна Гашевская менән бергә билдәләйҙәр.

– Бер йәшкә тиклем бер бала, мәктәп йәшенә тиклем дүрт бала бар ауылда. Бөтәһе лә ҡалаға китмәҫ, ауылға ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ. Әсәйем менән Төйлөгәндә йәшәһәм дә ауылда үҫтем. Новониколаевкаға атайым менән ағайым янына, Ҡужабаҡҡа ҡартайымдарға ҡайтып йөрөнөм, – ти Лена Ринат ҡыҙы.

Өйҙөң генә түгел, ауылдың да йөҙө балҡып торорға тейеш тип һанай депутат. Ауылды, зыяратты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр ойошторалар.

– Башта ҡайһы берәүҙәр: “Мәңге йыйманыҡ. Нимәгә ул?” – тип һөйләнә ине. Миңә түгел, беҙгә кәрәк. Ауыл бит беҙҙең йөҙөбөҙ. Хәҙер ауылдаштар ҙа өйрәнеп алды. Йорт алдындағы бағаналарҙы буяуҙы ла һәр кем үҙе башҡара, көтөп ултырмай. Буш өйҙөң алдын күршеләре ике яҡлап сабып, таҙартып тора. Рәшәткә-бағаналары ҡоларға торғандарын, биләмә башлығы Рәфис Таһир улы һайғауҙар биреп, алыштырҙыҡ. Арт яҡлап үләндәрҙе Дамир Усманов, Айрат Хәсәнов, Илдус Әбделмәнов тракторҙа саба. Ҡый үләндәре үҫмәһен тип үлән сәсәбеҙ, әҙер бесәнлек. Ауылда бер генә ғаилә бар һанға һуҡмаған, нисә йыл көрәшәбеҙ, еңеп булмай. Картуф баҡсаһын кешегә бирегеҙ, тип әйтеп ҡарайбыҙ, тыңламай, үлән сәселһә таҙарып ҡалыр ине.

Тормош иптәше Замир ҙа Новониколаевка ауылы егете, Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Әле “Бөркөт” хәрби ветерандар ойошмаһы менән һәр сарала актив ҡатнаша. Байтаҡ йылдар вахта менән эшләй.

Биш йыл элек улар үҙҙәренең өс балаһы янына ҡарарға Ленаның туғанының өс балаһын алған.

– Үҙҙебеҙҙекеләр эш булдв инде. Ҙурыбыҙ Денис Себерҙә механик, Диана Тобольскта башланғыс кластарҙа уҡыта. Динарыбыҙ Күмертау авиация колледжында белем ала. Һылыуымдың ҡыҙҙары Элинаға – 15, Екатеринаға – 12, Аринаға 10 йәш.

Ошондай ауылы өсөн янып-көйөп йәшәгән депутаттар күберәк булһын ине.

Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.

Әйткәндәй

Новониколаевкалар “Айыҡ ауыл”да ҡатнашҡанда Лена Ринат ҡыҙы проектты яҡлап  сығыш яһағайны. Улар өсөнсө урынға сығып, 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. 25 меңенә ауыл халҡы йыйып өҫтәп, урыҫ зыяратын кәртәләгәндәр. Ҡалғанына балалар майҙансығы һатып алғандар.

 

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас