

Ауыл Советы депутаты Людиә Ишмөхәмәтова менән эштәре берәгәйле бара уларҙың. Зыяраттың кәртәләүен яңыртыу, яңы обелиск, Нәбирә шишмәһен төҙөкләндереү, ауылда даими уҙғарылып торған өмәләр – барыһы-барыһы ла Хәлит ағайҙың һәм Людиә апайҙың ойоштороу һәләттәренең юғары булыуы арҡаһында уңышлы һәм тиҙ эшләнгән. Ағай ир-аттарҙы үҙ артынан эйәртһә, апай иһә – ҡатын-ҡыҙҙарҙы.
– Ауылым тип янып йөрөүсе тура һүҙле, ғәҙел ир-ат ул. Уны барыһы ла бик хөрмәт итә, – ти староста хаҡында Людиә Ирек ҡыҙы.
Урта Муйнаҡ халҡы ауылды йәмһеҙләп ултырған иҫке, күптән хужаһыҙ ҡалған йорттарҙы боҙоу буйынса ауыл биләмәһендә иң беренселәрҙән булып эш башлаған. Ҡайһылыр өй утынға китһә, ике йыл элек депутат менән староста тәҡдиме буйынса бер өйҙө боҙоп, зыяратҡа күсереп ултыртҡандар – ҡышын ҡәбер ҡаҙыусы ир-егеттәргә шунда мейес яғып, йылынырға бик ҡулай. Бөгөнгө көндә ауылда ташландыҡ, ҡарауһыҙ бер йорт та юҡ – шул тиклем йәмле!
Хәлит ағай бынан 15 йыл элек йәшлегендә үк таныш булған Әлфиә апай менән ғаилә ҡорған. Уның улдары Данир менән Айгизде үҙ балалары кеүек ҡабул итеп, тәрбиә биргән. Ике йыл элек ҙур улдары кәләш алған, шаулатып туй үткәргәндәр.
– Тормош иптәшемдең бер насар яғын да белмәйем. Әүҙем, уңған кеше ул. Йәшлегебеҙҙә бергә булырға яҙмағайны, һуңынан булһа ла ҡауышып ҡуйҙыҡ, – ти Әлфиә апай.
Хәлит Зиннәт улы – бар күңелен, тырышлығын ауылына биреүсе ысын илһөйәр. Тыуған төйәген бар күңеле менән яратҡандар ғына ауылы өсөн шул тиклем эш башҡара алалыр. Бының өсөн бер ниндәй эш хаҡы ла, түләүҙәр ҙә ҡаралмаған. Хәйер, ауылдаштарыңдың рәхмәтенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр. Ауылым тип янып йәшәгән кешегә уны йәмләү, төҙөкләндереү, матурлау сикһеҙ ҡәнәғәтлек килтерәлер. Илһөйәр кеше өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы?
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.