Ваҡиғалар
23 Июля 2021, 12:50

Бөгөн 5 йәшлек ҡыҙҙың 15-се ҡаттан

ҡолап, ғүмере өҙөлгән

Бөгөн 5 йәшлек ҡыҙҙың 15-се ҡаттанБөгөн 5 йәшлек ҡыҙҙың 15-се ҡаттан
Бөгөн 5 йәшлек ҡыҙҙың 15-се ҡаттан

Был хәл бөгөн Өфө ҡалаһында теркәлгән. 5 йәшлек ҡыҙ 15-се ҡаттан ҡолап төшкән. Ваҡиға урынына килгән "тиҙ ярҙам" бары үлем осрағын теркәгән.

Был фажиғә ваҡытында бала өйҙә яңғыҙ ҡалған булған. Ул тәҙрә төбөнә менеп, москит сеткаһына таяныуы мөмкин, тигән фараз бар.

 

20 июлдә Кумертау ҡалаһында ла бала 2-се ҡаттан ҡолап төшкәйне. Бәхеткә күрә, ул иҫән. 

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың ғүмеренә хәүеф янамауына инанмай тороп. уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас