+14 °С
Облачно
Новокузнецк ҡалаһында була был хәл. Магазиндан ҡайтып барған 64 йәшлек Светлана Санарова тәҙрәнән осоп төшөп килгән сабыйҙы күреп ҡала. Ҡулындағы пакеттарын ташлап, йүгерә һәм, бәхеткә күрә, 1,5 йәшлек баланы тотоп өлгөрә.
Икенсе ҡаттағы фатирҙа үҙ эштәре менән мәшғүл атай менән әсәй баланың тауышын ишетеп, асыҡ тәҙрәгә йүгереп килә һәм аҫта... инәйҙең баланы тотоп тороуын күрә.