

Был хәл кисә, 1 августа, Кушнаренко районы, Ҡанлы ауылында була. 19 йәшлек егет күлдә бата. Тик водолаздар уның кәүҙәһен һаман таба алмай.
Хәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, быға тиклем, 31 июль Өфө районы Михайловка ауылының "Лукоморье" ял паркында һыу аҫтынан бер ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Бәхеткә, тәүге медицина ярҙамын күрһәтеп, уны ҡотҡара алғандар.
Төркөмдәштәр, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ! Һыу буйында балаларығыҙға, яҡындарығыҙға, хатта таныш булмағандарға ҡарата иғтибарлы булығыҙ!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!